Спорт һәм туризм
21 Декабрь 2024, 12:30

Башҡортостан көрәшселәре һынатманы

Көрәш һарайына илдең төрлө төбәктәренән йыйылдылар.

Башҡортостан көрәшселәре һынатманыБашҡортостан көрәшселәре һынатманы
Башҡортостан көрәшселәре һынатманы

21 декабрҙә Өфөнөң Көрәш һарайында “Автодор кубогы”на грек-рим көрәше буйынса  Бөтә Рәсәй ярыштарының йомғаҡлау сараһы үтте. Ярыштарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Автодор” дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко ла ҡараны.

Турнир 20-21 декабрҙә үтте һәм М-12 “Восток” тиҙлекле трассаһы асылыуының йыллығына арналды. Был ярыштар бишенсе йыл рәттән уҙғарыла.

Өфөлә ойошторолған ярыш Рәсәйҙең 10 төбәгенән 14 йәштән алып иң көслө спортсыларҙы йыйҙы. Мәскәү, Санкт-Петербург, Башҡортостан, Татарстан, Пермь крайы, Мәскәү, Тверь, Владимир, Свердловск һәм башҡа өлкәләрҙән килделәр.  

Башҡортостан өсөн бындай ҙур ярыштар уҙғарыу бик мөһим, был турнир грек-рим көрәшен популярлаштырыу йәһәтенән яңы аҙым булып тора Ярыш һөҙөмтәләре буйынса турнирҙа еңеүҙе Мәскәү өлкһенән килгән команда яуланы. Көмөшкә Санкт-Петербург йыйылма командаһы эйә булды, бронза Башҡортостан көрәшселәрендә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас