Спорт һәм туризм
22 Декабря 2024, 14:00

Спорт – төрлө диндәрҙе лә берләштерә

Волейбол турниры татыулыҡты, берҙәмлекте нығытты  

Спорт – төрлө диндәрҙе лә берләштерәСпорт – төрлө диндәрҙе лә берләштерә
Спорт – төрлө диндәрҙе лә берләштерә

Бөгөн Өфөлә “Динамо” спорт комплексында һәүәҫкәр командалар араһында республика конфессия -ара волейбол турниры үтте.  

Ярышты асыу тантанаһында бик күп ҡунаҡтар ҡатнашты. Бында төрлө  дин әһелдәрен күрергә мөмкин ине.

Башҡортостандың Спорт министрлығынан министр урынбаҫары Артем Новиков ярышта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, республикабыҙ башҡалаһында  халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙың да әленән-әле уҙғарылыуын  билдәләне.

–   Спорт беҙҙең тормошобоҙға нығыраҡ үтеп инә бара. Спорт физик яҡтан ғына нығытмай, рухи ҡиммәттәрҙе лә байыта, - тине үҙенең сығышында.

Башҡортостандың волейбол федерацияһы директоры вазифаһын башҡарыусы Сергей Кирпичников бындай ярыштың республикабыҙҙа өсөнсө тапҡыр уҙғарылыуын әйтте:

–Был сараның маҡсаты республикабыҙға, илебеҙгә, барлыҡ донъяға үҙебеҙҙең берҙәм булыуыбыҙҙы, Башҡортостанда төрлө конфессияларҙың бер төптән эшләүен күрһәтеү. Ярыштар өсөнсөгә уҙғарылһа ла, уның партнерҙары үҙгәрмәй – Башҡортостан Хөкүмәте, Республиканың Спорт министрлығы,  Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, рус православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы, Башҡортостандың йәһүдтәр общинаһы. Бөгөнгө ярышта биш команда ҡатнаша. Быйыл бер аҙ үҙгәрештәр ҙә бар. Был юлы  дин әһелдәре айырым бер төркөмдә уйнайҙар. Ғөмүмән, беҙҙең республикала волейбол ныҡлы үҫешә, был спортҡа ылығыусылар артҡандан-арта. Уның менән шөғөлләнеүселәр һаны 86 меңдән ашыу , – тине Сергей Сергеевич.

Ярышты күрергә килгән ҡунаҡтар араһында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратының Рәсәй Ислам университеты ректоры Артур Сөләймәнов та булды.

-Беҙҙең илебеҙ - ҙур ил. Ул үҙенә 190-дан ашыу төрлө милләтте туплаған, төрлө дин вәкилдәре быуаттар дауамында татыулыҡта ғүмер итәләр. Беҙҙең бурысыбыҙ – ата-бабаларҙан мираҫ итеп ҡалған ошо дуҫлыҡты, берҙәмлекте һаҡлау. Бөгөнгө ярыш быға булышлыҡ итеүсе бер сара, - тине хәҙрәт.

Ярыштар мәлендә Баш мөфтөй Тәлғәт  Тажетдиндың ярҙамсыһы Рөстәм Шәрифуллин менән дә әңгәмәләшеү форсаты тейҙе. Ул бындай ярышты ойоштороу башланғысы менән иң элек Үҙәк Диниә Назараты сығыуын һәм хуплау табыуын белдерҙе.

– Бөгөн ярышта Үҙәк Диниә назаратынан ике команда ҡатнаша, береһе мәсеттәрҙә хеҙмәт итеүсе дин әһелдәре, икенсе командаға һәүәҫкәрҙәр тупланған. Ярыш   ойошторолған тәүге йылда беҙҙең команда еңеүгә өлгәште. Бөгөн дә алдынғылыҡ беҙҙә булыуына өмөт итәбеҙ. Ләкин беҙҙең төп маҡсат – төрлө конфессиялар араһында дуҫлыҡты, туғанлыҡты нығытыу. Киләсәктә был ярыш тағы ла күләмлерәк була барһын тип теләйем, - тине әңгәмәсем.

Волейбол ярышы ҡыҙыу барҙы. Залда ултырыусы көйәрмәндәр ҙә волейболсыларҙы дәртләндереп торҙо. Ярыш мауыҡтырғыс бер сараға әүерелде.

Һәүәҫкәр командалар араһында беренсе урынды Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты спортсылары яуланы, икенсе урында Башҡортостандың йәһүд общинаһы, өсөнсө урында  рус православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы командалары. Дин әһелдәре араһында еңеүгә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты волейболсылары эйә булды.

 Автор фотолары.

 

Спорт – төрлө диндәрҙе лә берләштерә
Спорт – төрлө диндәрҙе лә берләштерә
Спорт – төрлө диндәрҙе лә берләштерә
Спорт – төрлө диндәрҙе лә берләштерә
Спорт – төрлө диндәрҙе лә берләштерә
Спорт – төрлө диндәрҙе лә берләштерә
Спорт – төрлө диндәрҙе лә берләштерә
Спорт – төрлө диндәрҙе лә берләштерә
Спорт – төрлө диндәрҙе лә берләштерә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас