Спорт һәм туризм
23 Декабрь 2024, 08:54

Иглинда яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Ә спорт мәктәптәре директорҙары автобустар алды. 

Иглинда яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылдыИглинда яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды
Иглинда яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә ҡыуаныслы ваҡиға булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша тантаналы шарттарҙа Иглиндә “Олимп” физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыуҙа ҡатнашты.

Кәңәшмәлә Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова видеобәйләнеш аша яңы спорт объекты тураһында һөйләне.

– Бөгөн һеҙҙе яңы “Олимп” физкультура-һауыҡтырыу комплексынан сәләмләйбеҙ. Бында спортсылар, тренерҙар, төҙөүселәр йыйылған. Иглин районынан Башҡортостан Хөкүмәтенә, республиканың Спорт министрлығына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙҙең спорт комплексында футболсылар, волейболсылар, көрәшселәр, бокссылар, гимнастар һәм дзюдосылар шөғөлләнәсәк. Республикабыҙға тағы ла күп еңеүҙәр килтерәсәкбеҙ, – тине район башлығы.

Бынан тыш, кәңәшмәлә республиканың спорт министры Руслан Хәбибов физик культура һәм спорт тармағында федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.

Шулай уҡ ултырышта тағы бер күңелле ваҡиға булды – Радий Хәбиров республиканың спорт мәктәптәре директорҙарына “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә автобустар тапшырҙы. Шулай итеп, Бөрө районының “Буревестник” спорт мәктәбе, Күмертау ҡалаһының “Сапсан” спорт мәктәбе, Нефтекама ҡалаһының спорт мәктәбе, шулай уҡ ишеү, байдаркалар һәм каноэ буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе автобус хужалары булды.

Фото: скриншот.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас