Спорт һәм туризм
28 Декабрь 2024, 12:30

Республика улар менән ғорурлана

Радий Хәбиров Иглин ауылының 4-се мәктәбе уҡыусыларына Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 

Республика улар менән ғорурланаРеспублика улар менән ғорурлана
Республика улар менән ғорурлана

28 декабрҙә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров Иглин районының Данис Тикеев исемендәге 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең өлкән класс уҡыусыларына Анапала мәктәп ҡотҡарыу отрядтары араһында I Бөтә Рәсәй ярыштарында юғары һөҙөмтәләр күрһәткән өсөн Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Наградаларға ун беренсе класс уҡыусылары Алёна Анисимова, Алиса Верпето, Артур Имашев, Таһир Исхаҡов һәм унынсы класс уҡыусыһы Дамир Фәррәхов лайыҡ булды.

Республика һеҙҙең менән ғорурлана, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

– Бына тигән йәштәр, был ярыштарҙа иҫ киткес һөҙөмтә күрһәткән бик шәп Иглин уҡыусылары, – тине Радий Хәбиров. – Күптән түгел, Иглиндә яңы мәктәп асҡанда, уларҙың нимә менән һәм нисек шөғөлләнеүҙәрен күрҙем. Тренерҙары – Алина Фидаил ҡыҙы Исхаҡова, физик культура уҡытыусыһы һәм был хәрәкәттең төп әйҙәүсеһе. Кисә мин уға Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһын тапшырҙым, хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас