Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Руслан Хәбибов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының спорт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Белешмә:
Хәбибов Руслан Таһир улы 1974 йылдың 3 майында Һамар ҡалаһында тыуған. Пермь хәрби авиация техник училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
1991 йылдан Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә.
1998 йылда – МАП «АЭРО» авиакомпанияһының коммерция директоры.
1999 йылда – «Үҫмер» Медик-педагогик үҙәгенең педагог-ойоштороусыһы.
1999 – 2002 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы хакимиәте Йәштәр сәйәсәте буйынса комитетының 1-се категориялы белгесе, төп белгесе, баш белгесе.
2002 – 2003 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Физик культура һәм спорт буйынса комитетының баш белгесе.
2003 йылда – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты ҡарамағындағы Өфө ҡалаһының хәрби хеҙмәткә саҡырылыуға тиклемге йәштәрҙе әҙерләү үҙәге директоры.
2003 – 2005 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары.
2005 – 2009 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы Калинин районының 157-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры.
2009 – 2011 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы ҡала округы Калинин районы башлығының гуманитар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.
2011 – 2013 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралығы начальнигы.
2013 – 2014 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары.
2014 – 2018 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары.
2018 – 2021 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры.
2021 – 2024 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының спорт министры.
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Салауат Юлаев, Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән бүләкләнгән.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.