Спорт һәм туризм
29 Декабрь 2024, 12:00

Абҙаҡ тау саңғыһы курортында ял итергә килһәң, һалым түлә!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы йылдан муниципалитеттарҙың үҙ кимәлендә туристар һалымын индереү хоҡуғы бар.

Абҙаҡ тау саңғыһы курортында  ял итергә килһәң, һалым түлә!Абҙаҡ тау саңғыһы курортында  ял итергә килһәң, һалым түлә!
Абҙаҡ тау саңғыһы курортында ял итергә килһәң, һалым түлә!

Популяр Абҙаҡ тау саңғыһы курортында 2025 йылдың ғинуарынан туристик һалым индерелә. Белорет районының Абҙаҡ ауыл советы шундай ҡарар ҡабул итте. Беренсе йылда ставка ҡунаҡханала йәшәү хаҡынан 1% була, әммә тәүлегенә 100 һумдан да кәм түгел. 2029 йылға этаплап 5% тиклем арттырыла. Туристар өсөн һалымдан ингән аҡса туризмды үҫтереүгә йүнәлтелергә тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы йылдан муниципалитеттарҙың үҙ кимәлендә туристар һалымын индереү хоҡуғы бар. Күмертауҙа, Стәрлетамаҡта, Учалыла, Бөрөлә, Белоретта, Бәләбәйҙә һәм Октябрьскийҙа ошондай ҡарар ҡабул ителде.

Әйткәндәй, бындай һалымдар туризм үҫешкән күп илдәрҙә бар.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас