Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең Спорт министрлығында «Рәсәйҙең иң спорт ғаиләһе» беренсе Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурс «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә үткәрелә һәм ғаилә спорт йолаларын нығытыуға, сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
«Конкурстың идеяһы - спортты йәшәү рәүеше итеп күрһәтеү. Ул беҙҙе көслөрәк, сәләмәтерәк һәм бәхетлерәк итә. Ғаилә спортына баҫым яһаныҡ, сөнки яҡын кешеләрҙең өлгөһө бик сағыу. Оло быуын спорт менән шөғөлләнһә, уларҙың балалары ла, моғайын, был ғәҙәтте иртә йәштән үк һеңдерә», - тип билдәләй Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев.
Өфөнән Протасовтар ғаиләһе Бөтә Рәсәй «Рәсәйҙең иң спорт ғаиләһе» конкурсының «Спорт чемпиондары» номинацияһында көмөш призер булды. Ғаилә башлығы Сергей Евгеньевич, физик культура менән әүҙем шөғөлләнә, ә әсәһе, Ольга Юрьевна, саңғы уҙыштары буйынса I спорт разрядына эйә. Ата-әсә дүрт ҡыҙы өсөн яҡшы өлгө булды.
Мәҫәлән, 17 йәшлек игеҙәк Анна һәм Виктория спорт акробатикаһы буйынса республика ярыштарында күп тапҡыр еңеүсе, ә быйыл спорт мастерлығына кандидат исемен алған. 8 йәшлек Елизавета өлкән апайҙарының өлгөһөнә эйәреп, улар менән бер спорт төрө менән шөғөлләнә, I өлкәндәр разрядын яҡлаған. Кесе ҡыҙҙары - Дарьяға ни бары 5 йәш, әммә спорт гимнастикаһында уға ҙур өмөттәр бағлайҙар.
«Рәсәйҙең иң спорт ғаиләһе» конкурсының ойоштороу комитетына бөтәһе 900-гә яҡын ғариза килгән. Еңеүселәр алты номинацияла билдәләнде.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.