Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы - республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының физик культура һәм спорт идаралығы органдары етәкселәре ҡатнашты.
"Уҙып барған йылға йомғаҡ яһаған семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләүемә шатмын. Муниципалитеттарға 2024 йылда республикала физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса эште юғары ойошторғандары, йәш быуынды тәрбиәләүгә һәм халыҡты һауыҡтырыуға ҙур өлөш индергән саралар ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙҙең яйға һалынған һәм команда эше арҡаһында республика 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Милли спорт премияһының «Рәсәй төбәге» номинацияһында финалға сыҡты (спортты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн). Башҡортостан физик культураны үҫтереү буйынса иң яҡшы төбәктәрҙең береһе булып тора. Беҙҙә 13 363 спорт объекты, 68 ГТО-ны һынау үҙәге һәм физик культура һәм спорт өлкәһендә 70 бүлексә булдырылған. Башҡортостан Республикаһы халҡының яҡынса 60% (2,1 миллион кеше) физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнә. Был беҙҙең дөйөм ҡаҙанышыбыҙ”, - тип һөйләне Руслан Хәбибов.
2024 йылда Өфөлә илдең иң ҙур «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы үтте, ул тәжрибә уртаҡлашыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм Рәсәй спортының халыҡ-ара кимәлдәге потенциалын күрһәтеү өсөн майҙансыҡҡа әйләнде. Владимир Путин үткәргән Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышы форумдың төп ваҡиғаһы булды. Быйыл Башҡортостанда XI Бөтә Рәсәй Йәйге универсиада үтте. Студенттар ярыштарында бөтә илдән 116 юғары уҡыу йорто һәм 3 000 спортсы ҡатнашты. Ярыштар 14 төр буйынса үтте. Кубань дәүләт физкультура университеты командаһы еңеүсе булды, башҡорт вуздары араһында иң күп миҙалдарҙы Башҡорт дәүләт аграр университеты йыйҙы – алтынсы урын. Шулай уҡ 2024 йылда өс ҙур спорт объекты – Көрәш һарайы, Ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы Һәм Фехтование үҙәге асылды, улар Өфөнөң 450 йыллығына һәм "Рәсәй - спорт державаһы” форумына арнап төҙөлдө.
“Бизнес-спринт” федераль проектын тормошҡа ашырыу дауам итә, унда инвесторҙар дәүләт менән бер рәттән алты спорт объектын төҙөүҙә ҡатнаша. Уларҙың өсәүһе быйыл сафҡа индерелгән – Өфөлә ике физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм Нефтекамала «Амфибия» йөҙөү бассейны менән спорт үҙәге.
Башҡортостан спортсылары ҙур халыҡ-ара спорт һәм Рәсәй сараларында ҡатнаша. Парижда 2024 йылғы Паралимпия уйындарында алты миҙал яуланылар (ике көмөш һәм дүрт бронза). Республика исеменән уйындарҙа өс төрҙә һигеҙ атлет сығыш яһаны. Ҡаҙағстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындарында спортсыларыбыҙҙың ҡатнашыуы ла ҙур ваҡиға булды. Этник олимпиадала 79 илдән 2000 спортсы ҡатнашты, улар спорттың 21 төрөндә ярышты. Рәсәй миҙалдар һаны буйынса Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстандан һуң өсөнсө урынды биләне. Рәсәй йыйылма командаһы 47 миҙал тупланы. Миҙалдарҙың өстән бер өлөшөн Башҡортостан спортсылары яуланы (15 миҙал, шуларҙың икеһе алтын, дүрте - көмөш, туғыҙы - бронза).
"2025 йыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде. Беҙҙең төп бурыс - өйҙәренә ҡайтҡан ветерандарыбыҙҙы спорт һәм физик культура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү. Ошо маҡсаттан Башҡортостандың Спорт министрлығы «Батырлыҡ» проектын әҙерләгән, – тип билдәләне вице-премьер.
“Батырлыҡ” проектына ярашлы махсус хәрби операция ветерандары араһында Ватанды һаҡлаусылар кубогы төбәк-ара комплекслы сарала ҡатнашыу өсөн команда тупланды. Киләһе йылда физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә инвалидлығы булған махсус хәрби операция ветерандары индереләсәк. Уларға спорт залдарына һәм секцияларына бушлай йөрөү өсөн 10 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыласаҡ. Шулай уҡ яңы йылдан спорт ветерандарына һәм йәш спортсыларға матди ярҙамды арттырыу ҡарала.
2025 йылда муниципалитеттар менән берлектә «Ауыл тренеры» һәм «Ҡала тренеры» программаларын тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. «Ауыл тренеры» проекты буйынса 2020 йылдан алып дөйөм суммаһы 137 миллион 800 мең һумлыҡ 179 тренер, шул иҫәптән 2024 йылда 11 муниципаль берәмектән 15 спорт төрө буйынса 21 тренер 21 миллион һумлыҡ түләү алды. 2024 йылда «Ҡала тренеры» проекты сиктәрендә тәүге тапҡыр туғыҙ тренер-уҡытыусы ярҙам алды.
Спорт инфраструктураһын үҫтереү һәм булған объекттарҙы яңыртыу дауам итәсәк. 2025 йылда бер юлы һигеҙ спорт объектын, шул иҫәптән «Бизнес-спринт» федераль проекты сиктәрендә, файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
Кәңәшмә аҙағында Руслан Хәбибов муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының физик культура һәм спорт идаралығы органдары етәкселәрен Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары, Башҡортостанда физик культураны һәм спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн отличие билдәләре, шулай уҡ XXXII “Ауыл уйындары” еңеүселәрен призерҙарын бүләкләне.
Фото һәм мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/25823/