Спорт һәм туризм
6 Ғинуар 2025, 06:00

Байғусҡарға иң көслөләр йыйылды

Көс экстримы буйынса ярыштар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған.

Байғусҡарға иң көслөләр йыйылдыБайғусҡарға иң көслөләр йыйылды
Байғусҡарға иң көслөләр йыйылды

Хәйбулла районының Байғусҡар ауылында көс экстримы буйынса традицион турнир үткән. Көс экстримы буйынса ярыштар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған һәм турнир башланыр алдынан уларҙың именлегенә бағышлап ауылдың имам-хатибы Сәғит Баймырҙин доға ҡылған. Әйткәндәй, Байғусҡар ауылынан тиҫтәгә яҡын яугир бөгөн алғы һыҙыҡта Тыуған илебеҙ һағына тора.

Райондың иң көслө батыры исеменә быйыл туғыҙ ҡатнашыусы көрәшкән. Ярыштар программаһына эстафета, тәгәрмәсте әйләндереү, "бүрәнә күтәреү" һәм автомобилде һөйрәү кеүек һынауҙар ингән.

Көсөргәнешле һәм сәмле турнир йомғаҡтары буйынса урындар түбәндәгесә бүленгән. 18-40 йәшлектәр категорияһында беренсе урынды Аҡъяр ауылынан Миңнур Нураев яулаһа, 2-се урында Яңы Ергәндән Зәбир Рәхмәтуллин, ә Ивановканан Рауил Ураҡов 3-сө урын алған. 40 йәштән өлкәнерәктәр араһында Ивановканан Урал Аслаев еңгән.

"Был турнир Байғусҡарҙа бишенсе тапҡыр үткәрелде.  Ауыл тормошон йәнләндереү, ҡыҙыҡлы итеү, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу өсөн был ярыштың әһәмиәте ҙур," - тип билдәләй ярыштарҙың баш судьяһы һәм ойоштороусыһы Кәбир Баймырҙин.

Фото һәм сығанаҡ: Раян Атанбаев

Байғусҡарға иң көслөләр йыйылды
Байғусҡарға иң көслөләр йыйылды
Байғусҡарға иң көслөләр йыйылды
Байғусҡарға иң көслөләр йыйылды
Байғусҡарға иң көслөләр йыйылды
Байғусҡарға иң көслөләр йыйылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас