Рәсәйҙең Һыбай килеш уҡ атыу федерацияһы яҡташыбыҙҙы 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы спортсы тип билдәләне.
Рушан Хәсәнов Әбйәлил районының Тәпән ауылынан, Өфөлә йәшәй. Һыбай килеш уҡ атыу менән шөғөлләнә. Рушан Фуат улы - "Мәргән уҡсы" республика уҡтан атыу ярыштары еңеүсеһе, “Төньяҡ Амур” маршруты авторы, тренер, кикбоксинг буйынса спорт мастерлығына кандидат.
Күптән түгел Рәсәйҙең Һыбай килеш уҡ атыу федерацияһы президенты Сергей Одиноков Рушан Хәсәновты бүләкләне.
Фото: Башҡортостандың Уҡ атыу буйынса федерацияһы.