РБК агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылда республикаға туристар ағымы 11,5 процентҡа кәмегән. Агентлыҡ был мәғлүмәтте Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан алыуы хаҡында белдерҙе.
Мәғлүм буыуынса, Башҡортостанға туристар ағымы 2024 йылдың ғинуар – октябрь айҙары йомғаҡтары буйынса 1,7 миллион кеше тәшкил иткән, был 2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 11,5 процентҡа кәмерәк — ул саҡта республикаға 1,9 миллион кеше килгән.
Ведомствола 2025 йылда республикаға туристар ағымы 2,4 миллионға тиклем артыр тип фаразлайҙар.
Рәмилә Мусина фотоһы.