Спорт һәм туризм
15 Ғинуар 2025, 07:00

Беҙҙең Зарина – еңеүсе!

Ҡыҙ тай боксы буйынса сит илдәге халыҡ-ара турнирҙа мәртәбәле титулға лайыҡ булды.

Беҙҙең Зарина – еңеүсе!Беҙҙең Зарина – еңеүсе!
Беҙҙең Зарина – еңеүсе!

Башҡортостан спортсыһы 23 йәшлек Зарина Исламова тай боксы муай-тай буйынса ярышта 54 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Таиланд спортсыһы Дангконгфа Банчамекты 3:0 иҫәбенә еңде.

Шулай итеп, Сибай ҡалаһының «Ҡара аждаһа» клубы тәрбиәләнеүсеһе Таиландтың Раджадемнерн стадионында тай боксы буйынса үткән халыҡ-ара ярышта чемпион исемен яуланы. Уның тренеры - Александр Гаврилов.

Афарин, Зарина! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Фото: телеграм.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас