Быйылдан "Өфө" футбол командаһына баш тренер итеп Омари Тетрадзе тәғәйенләнде. Был турала "Бәйләнештә" социаль селтәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, республикабыҙҙың спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе.
– Бөгөн "Өфө" футбол клубы идараһының быйылғы кәңәшмәһен үткәрҙек, унда киләсәккә маҡсаттар билдәләнек, – тип яҙған Руслан Таһир улы. – Осрашыуҙың аҙағында баш тренер итеп Омари Тетрадзены тәғәйенләргә булдыҡ.
Руслан Хәбибов белдереүенсә, бурыстар еткерелгән, беренсе лигага инергә тигән аныҡ бурыс ҡуйылған.
Барыһы ла Омари Тетрадзеға ҙур өмөттәр бағлай. Кем белә, бәлки, ысынлап та, яңы етәксе "Өфө" футбол командаһын алға сығарыр.
Фото: Руслан Хәбибов.