Студенттар баскетболы ассоциацияһы “йондоҙ”ҙары матчы – сағыу сара. Ул йыл һайын арҙаҡлы баскетболсыларҙы берләштерә. Ике ир-егеттәр һәм ике ҡатын-ҡыҙҙар командалары шоу-матч үткәрә, баскетболдың классик ҡағиҙәләре трансформалаштырыла.
Был матчта ҡатнашыусылар 2024/25 миҙгел һөҙөмтәләре буйынса һайлана. Тауыш биреү юлы менән һәр команданан өс кеше һайлана, тағы туғыҙ ҡатнашыусы Студенттар баскетболы ассоциацияһы вәкилдәре тарафынан һайлана. Командаларҙың капитандары Даниэль Бейлинсон (МГАФК), Константин Щербаков (УрФУ-РМК), Анастасия Рыкова (ГУТиД) һәм Екатерина Чёрная (“УрФУ Сима-Ленд”) була.
24 ғинуарҙа ике шоу-матч – ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр уйындары була. Әйткәндәй, 2023 йылда Студенттар баскетболы ассоциацияһы тарихында беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар матчы ойошторолған ине. Өфөләй иһә бындай матч икенсе тапҡыр ойошторола.
6+
Сығанаҡ, фото: https://mgazeta.com/news/sport/2025-01-22/ufa-primet-match-zvezd-assotsiatsii-studencheskogo-basketbola-4092191