Спорт һәм туризм
22 Ғинуар 2025, 10:15

Трамплин йәнә тергеҙелде

Былтыр янғын уны юҡҡа сығарғайны.

Трамплин йәнә тергеҙелдеТрамплин йәнә тергеҙелде
Трамплин йәнә тергеҙелде

2024 йылдың июнендә Өфөләге “К-60” трамплинында янғын сыҡҡайны. Һөҙөмтәлә оҙаҡ ҡына ваҡыт бында спорт күнекмәләре үткәрелмәне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “тура бәйләнеш” ваҡытында өфөләр баш ҡалалағы спорт объектын тергеҙеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Өфө ҡалаһы һәм Октябрь районы хакимиәттәре был хәлде контролгә алды. Ҡала хакимиәте трамплинда ремонт эштәрен атҡарыу өсөн аҡса бүлде. Һөҙөмтәлә былтыр декабрҙә бындағы ремонт эштәренең 80 проценты атҡарылған ине. Быйыл ғинуарҙа 33-сө олимпия резервы спорт мәктәбе трамлинындағы эштәр тулыһынса тамамланды. Спорт һөйөүселәр яңыртылған трамплинда күнекмәләр үткәрә башланы.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас