Бөтә Рәсәй ярыштарын ябыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡатнашыусыларҙы һәм хәҙер инде ярыш еңеүселәрен сәләмләне, тренерҙар составының буласаҡ чемпиондар әҙерләүгә индергән өлөшөн һәм йылдан-йыл янғын-ҡотҡарыу спортының популярлаша барыуын билдәләне.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов командаға ҡатнашҡандары һәм еңеүгә ынтылыштары өсөн рәхмәт белдерҙе. «Көслөләр еңде, йәрәхәттәрһеҙ булманы. Ярыштар дуҫтарса шарттарҙа уҙҙы һәм бөтә спортсыларға, көйәрмәндәргә матур тәьҫораттар бүләк итте», – тине Баш идаралыҡ етәксеһе.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов командала ҡатнашыусыларға өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмауҙарын теләне, сөнки ярыштарҙа тупланған тәжрибә спортта ғына түгел, профессиональ эшмәкәрлектә лә ярҙам итә.
Дөйөм команда иҫәбендә иң яҡшы һөҙөмтәне Ханты-Манси автономиялы округы – Югра командаһы күрһәтте (379.57 секунд), икенсе урында – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Урал янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте институты командаһы (381.71 секунд), өсөнсөлә – Башҡортостан Республикаһы командаһы (382.53 секунд).
Ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеүҙә Олеся Ценова чемпион булды (Башҡортостан Республикаһы – 16.28 секунд). Икенсе һөҙөмтәне (19.75) Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Урал янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте институтынан Наталья Петрова күрһәтте, 19.88 һөҙөмтә менән Чечен Республикаһынан Шахинабон Бобиева өсөнсө булды.
Ир-егеттәр араһында ҡаршылыҡтар һыҙатында Төмән өлкәһенән Антон Письмак чемпион булды (15.34). Икенсе урынды Чечен Республикаһынан Шамхан Кубаев алды (15.36). Өсөнсө һөҙөмтә Ырымбур өлкәһенән Дмитрий Ломакинда (15.37).
Ике төр ярышта ҡатын-ҡыҙҙар араһында Свердловск өлкәһенән Карина Бочкареваға тиңдәр булманы (23.16), икенсе урында – Ульяновск өлкәһенән Кристина Шадлова (23.30), өсөнсөлә – Чечен Республикаһынан Шахинабону Бобиева (23.39).
Ир-егеттәр араһында икебәйгелә Ырымбур өлкәһенән Дмитрий Ломакин беренсе булды (29.06). Икенсе урында – беҙҙең Вячеслав Маркин (29.12), өсөнсөлә – Төмән өлкәһе командаһы вәкиле Антон Письмак (29.20).
Ир-егеттәр араһында штурмлау баҫҡысы буйынса күтәрелеүҙә беренсе һәм икенсе урынды Артем Хәбибуллин (12.94) һәм Евгений Семенов (13.31) – Ханты-Манси автономиялы округы – Югра спортсылары яуланы, Ырымбур өлкәһенән Дмитрий Ломакин (15.23) өсөнсө һөҙөмтә күрһәтте.
Свердловск өлкәһе командаһы вәкиле Карина Бочкарева уҡыу башняһы тәҙрәһенә вертикаль күтәрелгәндә иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште – 7.08. Урал институты командаһынан Мария Катасева икенсе булды (7.12). 7.15 һөҙөмтә менән Киров өлкәһенән Гаянэ Акопова сығыш яһаны.
Ошо өс спорт көнө старт атыуҙары һәм еңеүҙәр, тулҡынланыуҙар һәм борсолоуҙар, бәхет һәм ғорурлыҡ йәштәре менән тулыланды. Был тәжрибә, һис шикһеҙ, яңы рекордтарға һәм ҡаҙаныштарға этәргес бирер.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.