24 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың баш ҡалаһына килгән олимпия чемпиондары менән бергә яңы Көрәш һарайы майҙансығында үткән Студенттар баскетболы ассоциацияһының Йондоҙҙар матчында булды.
Уйындар “Көнсығыш” һәм “Көнбайыш” ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары араһында үтте. Ярышта ҡатнашыусыларҙы Студент баскетболы ассоциацияһы 2024/2025 йылдар миҙгелендә сығыш яһау, шулай уҡ көйәрмәндәрҙең тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса һайлаған. Финал составын капитандар билдәләгән.
Ярыштар ир-егеттәр коллективтары араһындағы матчта 113:107 иҫәбе менән һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 97:96 иҫәбе менән “Көнсығыш” йыйылма командаһының еңеүе менән тамамланды.
Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе, Көрәш һарайы был көндө 3,5 меңдән ашыу баскетбол һөйөүсене йыйҙы, тип билдәләне.
– Беҙ был объектты төрлө - спорт сараларынан алып мәҙәни һәм хатта сәйәси - саралар үткәреү өсөн төҙөнөк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Олимпия чемпиондарының килеүе, улар араһында баскетбол легендаһы Иван Едешконың булыуы, һис шикһеҙ, студент баскетболының бәҫен күтәрә. Был спорт төрөн үҫтерәсәкбеҙ һәм иң юғары кимәлдәге турнирҙар үткәрергә ынтыласаҡбыҙ.
Белешмә:
Студент баскетболы ассоциацияһы (АСБ) 71 төбәктән 800-ҙән ашыу команданы берләштерә, йыл һайын 5 меңдән ашыу матч үткәрелә. Ойошманың төп маҡсаты – мөмкин тиклем күберәк студенттарҙы даими спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү.
АСБ чемпионаты октябрҙән июнгә тиклем ике этапта үтә. Беренсе этап - дивизиональ. Икенсеһе - Белов лигаһы - 32 иң яҡшы ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ҡатнашлығында үткән Бөтә Рәсәй плей-офы.
Республикала баскетбол үҫеше өсөн “Башҡортостан баскетбол федерацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы яуаплы. Физкультура-спорт ойошмаларында 60 баскетбол бүлеге эшләй, унда 5 946 бала шөғөлләнә һәм 165 тренер уҡыта. Мәктәп баскетбол лигалары чемпионаттары 1 127 уҡыу йортон һәм 140 меңдән ашыу йәш спортсыны үҙ эсенә ала.
Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/189337.html