Спорт һәм туризм
31 Ғинуар 2025, 10:30

Аделина алтын миҙал яуланы

Тағы ярыштар февраль аҙағында була.

Аделина алтын миҙал яуланыАделина алтын миҙал яуланы
Аделина алтын миҙал яуланы

Яҡташыбыҙ, фехтование спортының рапира төрө буйынса олимпия чемпионы, ике тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Аделина Заһиҙуллина Мәскәүҙә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашты.

Спортсы ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй гран-приһының беренсе этабы чемпионы тип танылды. Икенсе урынды – Виталина Анащенкова, өсөнсө урынды  Полина Козаева яуланы.

Ярыштарҙың икенсе этабы февраль аҙағында Мәскәү ҡалаһының Химки ҡалаһында ойоштороласаҡ. Аделина Заһиҙуллинаның тренерҙары - Егора Попов һәм Артём Седов.

Фото: БР Спорт министрлығы.  

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас