6 – 16 февралдә Башҡортостанда инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең һаңғырауҙар ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса I Бөтә Рәсәй олимпиадаһы була. Был сараға һанаулы ғына көндәр ҡалды һәм “Молодежная газета” баҫмаһы хәбәрсеһе Рәмзиә Ғәбитова Башҡортостандың Һаңғырауҙар спорты федерацияһы рәйесе Олег Ивановҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
- Олег Геннадьевич, Башҡортостан был мөһим сараға нисек әҙерләнә?
- 2025 йылдың ғинуарына ҡарата, Башҡортостанда һаңғырауҙар араһында ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса тау саңғыһы спорты, кёрлинг, шахмат һәм саңғы уҙыштары бар. Әлеге ваҡытта республиканың Спорт министрлығы һәм Адаптив спорт үҙәге булышлығында Башҡортостандың әйҙәүсе тау саңғысылары “Абҙаҡ” тау саңғыһы курорты тауҙарында әҙерлек үтә. Унда әҙерлек өсөн шарттар бар. Кёрлинг буйынса ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары Семен Елистратов исемендәге Шорт-трек үҙәгендә әҙерләнә. Йәш саңғысылар “Биатлон” үҙәгендә старттарға күнекмәләр үткәрә, ә шахматсылар Рәсәй чемпионы Линат Шәйәхмәтов менән берлектә Өфө һаңғырауҙар мәҙәниәт йортонда ярыштарға әҙерләнә.
- Башҡортостанда һаңғырауҙар өсөн ниндәй спорт төрҙәре үҫешкән? Һәм бөгөн спортсыларыбыҙҙан кемде лидер тип атарға була?
- Тау саңғыһы спорты – Башҡортостанда һаңғырауҙар спортының һис шикһеҙ лидеры. Был спорт төрө буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең спорт мастеры Зөлфир Зәйнуллин һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры Ангелина Хамицевич, шахматсылар араһында классик шахматта, блицта спорт мастеры, Рәсәйҙең бер нисә тапҡыр чемпионы Линат Шәйәхмәтов лидерлығында алты спортсы тәҡдим ителде. Кёрлинг – спорттың йәш төрө. Федерация мөмкин булғанса уны үҫтерергә тырыша.
- Спартакиадала тамашасыларҙы ниндәй ҡыҙыҡлы саралар көтә?
- Программала “Олимпик-парк” үҙәгендә шайбалы хоккей, футзал, сноуборд, “Металлург-Магнитогорск” үҙәгендә тау саңғыһы спорты, ярыштар, Ишимбайҙа кёрлинг, тау саңғыһы һәм шахмат көтә.
- Һеҙ спортҡа нисек килдегеҙ? Үҙегеҙҙең Башҡортостандың Һаңғырауҙар спорты федерацияһы етәксеһе булараҡ, эшегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
- Спортҡа һөйөү Өфөләге 30-сы насар ишетеүсе балалар мәктәп-инернатында белем алғанда уҡ бар ине. Шул ваҡыттан алып спорт кластан тыш ваҡытта берҙән-бер шөғөл булды. Әлеге ваҡытта һаңғырауҙар спортының был дисциплинаһы буйынса Рәсәйҙең өлкән тренерымын, тау саңғыһы спорты буйынса тренермын. Башҡортостандың Һаңғырауҙар спорты федерацияһы етәксеһе эше йәмәғәтселек башланғыстарында, мөмкинлек буйынса атҡарам.
Рәмзиә Ғәбитова.
Сығанаҡ, фото: https://mgazeta.com/articles/sport/2025-02-03/oleg-ivanov-rasskazal-o-podgotovke-k-zimney-spartakiade-my-vmeste-sport-4106862