Шаран районының Ҡыр-Теләүле ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдерҙеләр.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, быйылдан фельдшер-акушерлыҡ пункттары Рәсәй Президенты Владимир Путин указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын заманлаштырыу” программаһы буйынса төҙөлә.
Быға тиклем Ҡыр-Теләүле ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты 1992 йылда сафҡа индерелгән бинала урынлашҡан. Яңыһы заманса талаптар һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән, сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү, хеҙмәткәрҙәрҙең уңайлы эше өсөн шарттар булдырылған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер кабинеты, пациентарҙың көтөү өсөн бүлмәһе, медикаменттарҙы һаҡлау өсөн урын һәм башҡалар булдырылған.
Был фельдшер-акушерлыҡ пунктында 360 кеше медицина-санитар ярҙамын аласаҡ, уларҙың 34-е – балалар. Уларға өс ауыл – Иҫке Тамьян, Иҫке Теләүле һәм Ҡыр Теләүле ауылдары ҡарай.
Сығанаҡ, фото: Башҡоростандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.