Спорт һәм туризм
7 Февраль 2025, 15:30

Беҙҙекеләр "Беҙ бергә. Спорт" спортакиадаһы миҙалдары өсөн көс һынашасаҡ

“Республикала ишетеү һәләте боҙолған көслө спортсылар бар”, - тип һөйләне “Республика Башкортостан” гәзите журналисына Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса рәйесе Ольга Шевнина. Улар кёрлинг, шахмат, тау саңғыһы һәм саңғы ярыштары буйынса ярыштарҙа ҡатнаша.

Беҙҙекеләр "Беҙ бергә. Спорт" спортакиадаһы миҙалдары өсөн көс һынашасаҡБеҙҙекеләр "Беҙ бергә. Спорт" спортакиадаһы миҙалдары өсөн көс һынашасаҡ
Беҙҙекеләр "Беҙ бергә. Спорт" спортакиадаһы миҙалдары өсөн көс һынашасаҡ

“Республикала ишетеү һәләте боҙолған көслө спортсылар бар”, - тип һөйләне “Республика Башкортостан” гәзите журналисына Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса рәйесе Ольга Шевнина. Улар кёрлинг, шахмат, тау саңғыһы һәм саңғы ярыштары буйынса ярыштарҙа ҡатнаша.

Атап әйткәндә, “тау саңғыһы спорты” дисциплинаһында Баймаҡ районының Кәрешкә ауылынан Инсаф Вәлишин сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр итә “Баймакский вестник” гәзите. Тау саңғыһы менән ул Өфө һаңғырауҙар өсөн коррекция мәктәп-интернатының өлкән кластарында мауыға, хәҙер Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм хеҙмәтләндереү колледжының II курсында уҡый.

- Мәктәп тренеры Искәндәр Латипов саңғыға ҡыҙыҡһыныу уятты, - тип һөйләне Инсаф. - Ул миндәге һәләтте күрҙе һәм был мауығыуым һөнәргә әйләнде. Бының өсөн уға ҙур рәхмәт! Был спорт төрө булмаһа, тормошом шундай сағыу булмаҫ ине. Тау саңғыһы ярҙамында мин Сочиҙа, Мурманскиҙа һәм башҡа күп ҡалаларҙа булдым, шулай уҡ легендар Эльбрусты күрҙем.

Республикабыҙҙан ярыштарҙа тағы бер ҡатнашыусы -  Салауаттан талантлы шахматсы Сергей Антипин.

- Шахматты мин бала саҡтан яраттым, сөнки Советтар Союзында популярлыҡ буйынса улар футболды уҙып китте тиерлек: шахматты һәр ихатала, паркта, балалар майҙансығында уйнанылар, - тип һөйләне спортсы Салауат баҫмаһына. - Әммә уларҙы ваҡытлыса ҡалдырырға тура килә: ете йәштә баш һөйәге йәрәхәтләнеү арҡаһында тулыһынса ишетеү һәләтен юғалттым, һәм тауышһыҙ донъяла йәшәргә өйрәнергә тура килде.

Әммә, өлкәнәйгәс, яратҡан уйынына ҡайта, был стратегик фекерләүҙе талап иткән ысын сәнғәт икәнен аңлай, тренер менән шөғөлләнә, бөйөк оҫталарҙың классик партияларын өйрәнә башлай. Ике йыл рәттән В.В. Шевнин исемендәге хәтер турнирында ҡатнаша һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

Әбйәлил районының Рысҡужа ауылынан Зөлфир Зәйнуллин да спартакиада миҙалдары өсөн көрәшергә әҙер. Ул Өфөлә махсуслаштырылған коррекция мәктәп-интернатында тәрбиәләнә, унда ете йәшендә уны тәүге тапҡыр саңғыға ҡуялар. Зөлфир Өфө күп профилле колледжын тамамлаған, тренер һөнәрен алған һәм бөгөн спорт менән генә йәшәй. Уны Олег Иванов әҙерләй. 2022 йылда тау саңғыһы спорты буйынса Бөтә Рәсәй, округ һәм республика ярыштарында Зөлфир биш алтын, биш көмөш һәм ике бронза миҙал яулай, шул ваҡыттан алып Башҡортостан йыйылма командаһы составында тиҙлектә төшөү, супер-гигант, комбинация, гигант-слалом, слалом кеүек төрҙәрҙә сығыш яһай.

Спартакиаданы асыу тантанаһы 8 февралдә Өфөнөң Көрәш һарайында үтәсәк. Ябыу тантанаһы 14 февралдә Спорт һарайында буласаҡ. Ҡунаҡһарайҙа, йола буйынса, махсус фан-зона ойошторолған: мәғлүмәт стойкаһы, фотозона һәм айырым мәҙәни программа. Барыһы ла сараға саҡырыла.

Сығанаҡ, фото: https://resbash.ru/news/sport/2025-02-06/bashkiriya-poboretsya-za-medali-spartakiady-my-vmeste-sport-4111407

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас