Спикер билдәләүенсә, беҙҙең төбәк илдә тәүгеләрҙән булып паралимпия спорт төрҙәрен үҫтерә башланы. Быға саңғы ярыштары, биатлон, йөҙөү, өҫтәл һәм ҙур теннис, парафехтование, уҡ атыу, еңел атлетика инә. Бынан тыш, ултырып волейбол уйнау, тау саңғыһы, велоспорт үҫешә, тағы уларға парабокс (коляскалы бокс) һәм паравелоспорт өҫтәлде.
Әңгәмәсебеҙ фекеренсә, беҙҙә төрлө спорт йүнәлештәрен үҫтереү мөмкинлеге булған көслө төбәк бар. Әлбиттә, ныҡлы матди-техник база менән бер рәттән, проблемалар ҙа бар. Был тәү сиратта кадрҙарға ҡағыла, тренерҙар составын көсәйтеү зарур.
"Был спартакиадала ниндәй урындарға иҫәп тота алабыҙ? Әлбиттә, беҙ алтын һәм көмөш миҙалдар ғына яуларға теләйбеҙ, әммә көнәркәшлекте бер кем дә юҡҡа сығармаған. Беҙҙә көслө спортсылар һәм тренерҙар бар, шуға күрә балаларыбыҙ лайыҡлы сығыш яһаясаҡ һәм саңғы ярыштарында, тау саңғыһында һәм шашкала үҙҙәренең иң яҡшы сифаттарын күрһәтәсәк. Башҡортостан намыҫын барлығы ете спортсы яҡлаясаҡ. Уларҙың барыһы ла килеп сығыр, тип ышанам, – тине Ирек Зарипов. - Республикала, бигерәк тә бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған, күп спортсылар ҡатнашҡан ярыштар һәм һәүәҫкәр спорт төрҙәрен популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә етди этәргес бирә. Беҙгә башҡа төбәктәрҙән ҡунаҡтар килә, бында заманса спорт базалары барлығын, сифатлы күнекмәләр өсөн яҡшы шарттар булдырылыуын күрә. Һәм киләһе тапҡыр улар үҙ төбәгенең командалары составында йыйылыштарға килә. Шуға күрә һәр спорт сараһы – төбәк өсөн ҙур плюс”.
“Ватанды һаҡлаусылар” филиалының дәүләт фонды етәксеһе урынбаҫары булараҡ, Ирек Зарипов инвалидлыҡ алған махсус хәрби операция ветерандары араһында адаптив спорт менән шөғөлләнә.
Фото: Ирек Зариповтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.