Спорт һәм туризм
9 Февраль 2025, 05:00

Ниңә Ишембайҙа “йорт”тарға таш” ташлайҙар?

8-енән 15 февралгә тиклем, көн һайын, боҙҙа һигеҙешәр ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡушма командалар осрашасаҡ.  Турнирҙар көн һайын иртәнге 8-ҙән киске  20 сәғәткә тиклем үткәрелә.

Ниңә Ишембайҙа “йорт”тарға таш” ташлайҙар?Ниңә Ишембайҙа “йорт”тарға таш” ташлайҙар?
Ниңә Ишембайҙа “йорт”тарға таш” ташлайҙар?

8-енән 15 февралгә тиклем, көн һайын, боҙҙа һигеҙешәр ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡушма командалар осрашасаҡ.  Турнирҙар көн һайын иртәнге 8-ҙән киске  20 сәғәткә тиклем үткәрелә.

- Ишембайҙа һаңғырауҙар араһында ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса спартакиада бара. Ошондай кимәлдәге сара Башҡортостанда, айырым алғанда, Ишембайҙа беренсе тапҡыр үткәрелә. Кёрлинг – сағыштырмаса йәш спорт төрө. Беҙгә оҫталарҙың нисек уйнауын ҡарау ҡыҙыҡ. Ярыштар өсөн майҙансыҡтар бирә алыуыбыҙға шатбыҙ, - тип белдерҙе Ишембай районы хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығы рәйесе Марат Зарипов.

Күптәр өсөн кёрлинг – ят спорт төрө. Был – боҙ майҙансығындағы команда уйыны. Дүртешәр кешенән торған ике команда осраша. Турнир 10-шар осорҙан тора һәм уларҙың һәр береһендә команда һигеҙешәр таш ташлай. Уйынсыларҙың маҡсаты – һуҡмаҡ ҡаршыһындағы “өй”гә, мишень үҙәгенә ташлау.

Шотландия кёрлингтың тыуған ере тип атала. 1992 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты уны спорттың Олимпия төрҙәре исемлегенә индергән.

Сығанаҡ, фото: https://voshodnews.ru/news/novosti/2025-02-08/zachem-v-ishimbae-v-doma-kidayut-kamni-4113570

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас