Әбйәлил районында урынлашҡан “Металлург-Магнитогорск” тау саңғыһы үҙәгендә “Беҙ бергә. Спорт” Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар спортының тау саңғыһы ярыштары старт алды.
Сараны асыу тантанаһында Әбйәлил районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров сығыш яһаны һәм спортсыларға уңыштар теләне. “Юбилейный” шифаханаһының коммерция буйынса идаралығы етәксеһе Наталья Кунгурцева ла йыйылыусыларҙы ҡотланы. Бөтә Рәсәй Һаңғырауҙар спорты федерацияһы президенты исеменән федерация бүлеге белгесе Артем Маслов тәбрикләне.
Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән – Мәскәү өлкәһенән, Сахалиндан, Тамбовтан, Санкт-Петербургтан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Башҡортостандан һәм башҡаларҙан 16 спортсы рәсми күнекмә үткәрҙе.
Зөлфир ЗӘЙНУЛЛИН, Башҡортостан командаһы ағзаһы, спорт мастеры:
-Тыуған районымда булыуыма ҡыуанам. Дуҫтарымдың ҡайһы берҙәре миңә илебеҙҙең ошондай матур, тау саңғыһы үҙәге булған ерендә тыуыуыма көнләшә. Федерация беҙгә ныҡ ярҙам итә, күнекмәләр үткәрә, яҡшы трассаларҙа ярыша алабыҙ. Бөгөн минең өсөн тотош район, республика “көйә”, шуға елдән шәберәк елге килә.
Зөлфиргә уңыштар теләйбеҙ. Уға тыуған тауҙары терәккә әйләнер, лайыҡлы ярышырға булышлыҡ итер, моғайын.
Автор: Таңсулпан Йомағужина.
Сығанаҡ, фото: https://abzelil.com/news/sport/2025-02-10/pogoda-soyuznik-gory-svideteli-pobed-4115712