Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
11 Февраль 2025, 10:35

Башҡортостан командаһы алиһәһе

Бөтә Рәсәй “Беҙ бергә. Спорт” спартакиадаһында ҡатнашҡан бер яҡташыбыҙ – тап шундайҙарҙан.

Башҡортостан командаһы алиһәһе
Башҡортостан командаһы алиһәһе

Ангелина Хамицевич “тынлыҡ” донъяһында донъяға килгән. Ата-әсәһе икеһе лә ишетмәй, ым-ишара телендә аралаша.

10 йәшенән ҡыҙ атаһы кеүек спорт менән шөғөлләнә башлай. Шулай итеп, Роман ҡыҙын сноубордҡа ылыҡтырған. Ул үҙе – Сурдлимпия уйындарында бронза миҙал яулаусы. “Металлург-Магнитогорск”  үҙәгендә ярыштар ваҡытында ла атаһы ҡыҙы эргәһендә ине.

Ангелина өсөн спорт – ябай мауығыу, ҡаҙаныштар сығанағы ғына түгел, ә донъя менән аралашыу теле лә. Өҫтәүенә ҡыҙ П.Ф. Лесгафт исемендәге университеттың “Адаптив физик культура”  факультетына уҡырға ингән. Ул яңы юҫыҡта уңыштарға ла өлгәшә: балалар менән шөғөлләнеп, аҙыраҡ һөйләшә лә башлаған. Был – үҙе мөғжизә!

Ангелина – ябай спортсы ғына түгел, ихтыяр көсө миҫалы ла!

Автор: Таңсулпан Йомағужина.

Сығанаҡ, фото: “Абзелил” баҫмаһы.

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас