Спорт һәм туризм
21 Февраль 2025, 13:30

“Беҙ бергә” спорт байрамы көтә!

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан уҙғарыла ул.

“Беҙ бергә” спорт байрамы көтә!“Беҙ бергә” спорт байрамы көтә!
“Беҙ бергә” спорт байрамы көтә!

Өфөнөң “Динамо” стадионында 22 февралдә “Беҙ бергә!” исемле ҙур спорт байрамы үтә. Ул 14 сәғәттә  башлана. “Башҡортостан 24” ДТРК-һы, ”Динамо” спорт комплексы Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ошондай ҙур сара ойоштора.  Быйыл ул Бөйөк Ватан һуғышындағы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған.

Патриотик байрамдың төп маҡсаты – тыуған илен яратҡан республика халҡын һәм ҡунаҡтарҙы берләштереү. Сөнки патриотизм – Рәсәй халҡының милли характерының төп сағыу һыҙаттарының береһе. Был һыҙат халҡыбыҙға һынауҙарға ҡаршы торорға булышлыҡ итә.

Етеп килгән байрам  - спортты, сәнғәтте, тарихты, телдәрҙе һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе берләштергән ҡеүәтле көс. Бер сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ артисы Алена Завьялова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил Өмөтбаев, Өфөнөң “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисы Юлай Ҡасимов, билдәле музыканттар Руслан Шәйхетдинов һәм Таһир Шәһивәлиев сығыш яһаясаҡ.

Килеүселәрҙе ҙур спорт һәм мәҙәни программа көтә.  

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас