Спорт һәм туризм
28 Февраль 2025, 18:10

Медицина хеҙмәткәрҙәре саңғыға баҫты

Сарала республиканың 59 медицина ойошмаһынан 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Медицина хеҙмәткәрҙәре саңғыға баҫтыМедицина хеҙмәткәрҙәре саңғыға баҫты
Медицина хеҙмәткәрҙәре саңғыға баҫты

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби табип Филипп Кургаев иҫтәлегенә саңғы ярыштары булды. Сарала республиканың 59 медицина ойошмаһынан 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Маҡтаулы ҡунаҡтар араһында Минск өлкәһе һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы делегацияһы вәкилдәре лә бар ине. Был ойошма һәм Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы араһында күп йылдар эсендә яҡшы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килгән. Белоруссия медицина хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан геройы тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлай һәм Филипп Кургаев ерләнгән мемориалды шефлыҡҡа алған.

Саңғы ярыштарында ҡатын-ҡыҙҙар – өс, ир-егеттәр биш километр арауыҡҡа көс һынаны. Бынан тыш, ун ғаилә һәм 60 йәштән олораҡ ветерандар ҡатнашҡан старттар ойошторолдо. Спорт һөйөүселәр өс саҡрым арауыҡҡа саңғыла ярышты.

Һөҙөмтәлә беренсе урынға – Бөрө үҙәк район дауаханаһы, икенсегә - Стәрлетамаҡ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре командаһы, өсөнсөгә “Красноусол” шифаханаһы командаһы сыҡты.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас