Әлшәй районының Себенле ауылында Ватан һаҡсыларына арналған матур сара – ат сабышы һәм “Ылаҡ” милли уйыны үтте. Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 36 йыл тулыуға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бағышланды.
Байрамға абруйлы ҡунаҡтар ҙа килде. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Тимерхан улы Солтанғолов, Өфө ғилми институтынан йылҡысылыҡ буйынса баш белгес, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Фәнүз Мостафа улы Шәғәлиев, әлшәйҙәрҙең абруйлы яҡташы Заһир Шакир улы Миңлебаевтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Байрам клуб янында тантаналы митингтан һәм Себенле батырҙары иҫтәлегенә ҡуйылған обеликыға сәскәләр һалыуҙан башланды. Унда махсус хәрби операцияла ил именлеген һаҡлаған яугирҙәрҙең, башҡа локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан батыр егеттәрҙең ата-әсәләре һәм туғандары ла ҡатнашты. Мәғариф ветераны Зәйнәп апай Шәрипова быуындар бәйләнеше тураһында бик фәһемле, йөкмәткеле итеп сығыш яһаны.
Бәйге 12 район вәкилдәрен бергә тупланы. Призлы урындарҙы Әлшәй, Миәкә, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Өфө райондарынан килгән сабыш аттары һәм улар менән оҫта идара иткән сая егеттәр яуланы. Төрлө йәштәге сабыш аттары араһындағы ярыштар Ватанды һаҡлаусылар көнөнә, МХО-ла ҡатнашыусы егеттәргә, шул иҫәптән гвардия рядовойы Филүс Әхмәҙиев, рядовойҙар Ринат Ғәлин, Таһир Иҙрисов приздарына, Әлшәй районы хакимиәте башлығы кубогына, фашистик Германияны Еңеүҙең 80 йыллығына, яугир-интернационалистар кубогына һәм гвардия сержанты, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Рауил Мөҙәрисовтың призына уҙғарылды.
Әлшәй һәм Ауырғазы райондары командалары араһындағы “Ылаҡ” уйыны ла бик сәмле үтте. Һөҙөмтәлә ҡунаҡтар еңеү яуланы. Был ярыштың иң йәш ҡатнашыусыһы – Дим ауылынан 2-се класс уҡыусыһы Арслан Ғәниев Афған һуғышы ветерандарының махсус призына лайыҡ булды. Шулай уҡ Ғәлиәкбәров крәҫтиән-фермер жужалығы шәп егетте ҡолон менән бүләкләне.
Матур байрамға әйләнгән бәйгене ойоштороу башланғысы менән тәү башлап Себенле ауылы хакимиәте башлығы Таһир Рәйес улы Кашапов сыға. Уны тормошҡа ашырыуға ауыл халҡы, тынғыһыҙ йәмәғәтселәр, урындағы хәрби-патриотик ойошмалар әүҙем ҡушыла. Әлшәй районы етәкселеге лә ярҙам күрһәтә.
Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары байрамда ҡатнашыусыларҙы тәмле аштар, ҡайнар сәй менән һыйланы. Был йәһәттән Гөлшат Булатова, Розалия Садиҡова, Гөлнара Әхмәҙуллина, Люциә Кашапова, Эльвира Кашапова, Света Абдуллина, Тәүәтәй ауылынан Фаягөл Зарипова, Гөлназ Миңлебаеваны билдәләп үтергә кәрәк. Ғөмүмән, был ҡатын-ҡыҙҙар ауыл биләмәһендә үткән һәр сараның уртаһында ҡайнай, хакимиәт башлығы Таһир Рәйес улының иң ҙур ярҙамсылары һәм терәктәре.
Райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандарының “Хәрби берҙәмлек”ойошмаһы ағзалары, МХО яугирҙәренең туғандары, Ғәлиәкбәров КФХ-һы бағыусы булып сығыш яһаны. Ауыл һәм район таланттары сараны матур сығыштары менән биҙәне. Халыҡ байрамдан оло ҡәнәғәтлек алып, сараны ойоштороуға ҙур көс һалған Себенле ауылы халҡына, ауыл хакимиәте башлығы Таһир Рәйес улына ихлас рәхмәттәрен еткереп таралышты. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә булышлыҡ иткән, халыҡты сәләмәт тормош алып барырға, берҙәмлеккә әйҙәгән сара һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Фотолар: Себенле ауылы хакимиәтенән.