Спорт һәм туризм
10 Март 2025, 14:15

Башҡортостандан дүрт спортсы үҙ көсөн һынаясаҡ

Яҡташтарыбыҙ Беренсе Бөтә Рәсәй “Ватан һаҡсылары кубогы” ярыштарында үҙ көсөн һынаясаҡ.

Башҡортостандан дүрт спортсы үҙ көсөн һынаясаҡБашҡортостандан дүрт спортсы үҙ көсөн һынаясаҡ
Башҡортостандан дүрт спортсы үҙ көсөн һынаясаҡ

12 – 18 мартта Ханты-Мансиҙа ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса Беренсе Бөтә Рәсәй “Ватан һаҡсылары кубогы” ярыштары була. Сарала Рәсәйҙең 60 төбәгенән 300-ҙән ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы үҙ көсөн һынаясаҡ.

Командала - Башҡортостандан дүрт спортсы – Радик Йосопов, Алексей Хохлов, Олег Мөхтәхетдинов һәм Артем Мөхәрәмов. Улар биатлон, саңғы ярыштары һәм тау саңғыһы спортында ҡатнашасаҡ. Куратор һәм тренерҙарҙың береһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Ирек Зарипов.

Ирек Зариповтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостандан махсус хәрби операция ветерандары яҡшы һөҙмтәләргә өлгәшергә һәм рух ныҡлығын, сыҙамлылыҡты һәм оҫталыҡты күрһәтергә әҙер. Улар күнекмәләргә әҙер һәм ярыштарҙың башланыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Ирек Зарипов команданың Башҡортостан өсөн лайыҡлы сығыш яһаясағы тураһында белдерҙе.

Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары – статс-секретарь һәм “Ватан һаҡсылары” фонды рәйесе  Анна Цивилева спорттың махсус хәрби операция ветерандарының әүҙемлеге өсөн сағыу миҫалдарҙың береһе икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Спорт  күнекмәләре ветерандарға тыныс тормошҡа ҡайтырға, яранан һуң төҙәлергә һәм башҡаларҙы илһамландырырға булышлыҡ итә. Фонд спорт ярыштарын реабилитациялауҙың бер өлөшө булараҡ ойоштора. Был уларҙың әхлаҡи һәм физик хәленә ыңғай йоғонто яһай.

Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса “Ватан һаҡсылары кубогы”на ярыштар “ЮграМегаСпорт” спорт объекттарында, шул иҫәптән Ҡышҡы спорт төрҙәре үҙәгендә, “Ылыҫлы урман” комплексында һәм Боҙ һарайында була.

Сығанаҡ, фото: “Ватан һаҡсылары” фонды.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас