Республикабыҙҙың махсус хәрби операция ветерандары 12 – 18 мартта Ханты-Мансийскиҙа уҙасаҡ ярыштарға ныҡлап әҙерләнә. Бөгөн улар Республика табип-физкультура диспансерында спорт менән шөғөлләнеүгә ҡаршылыҡтарҙы асыҡлау, һаулыҡ, физик әҙерлек кимәлен, интенсив физик йөкләмәләр менән бәйле сирҙәр үҫешен баһалау өсөн мотлаҡ медицина тикшереүен үтте. Был спортсыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә һәм уларҙың спорт һөҙөмтәләрен күтәреүгә булышлыҡ итә.
“Ветерандарыбыҙ, кисергән ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уларҙың ыңғай кәйефе һәм тормошҡа һөйөүе күптәр өсөн өлгө булып тора. Спорт формаһында булырға һәм адаптациялауға булышлыҡ итә. Күнекмәләр ваҡытындағы ауырлыҡтар һәм ярыштарҙағы еңеүҙәр уларҙың рухи, физик торошона ыңғай йоғонто яһай. Спортсыларыбыҙ хатта иң ауыр һынауҙарҙан һуң да тулы тормошҡа ҡайтыу мөмкинлеген һәм һәр көнгә ҡыуаныуға дауам итеүҙе күрһәтеп илһамландыра. Республикала спорттың адаптив төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған”, - тине “Ватан һаҡсылары” фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Ентекле медицина тикшереүе үҙ эсенә, ғәҙәттәге медицина тикшереүенән тыш, лаборатория тикшереүҙәрен, электрокардиографияны (ЭКГ), ультратауышлы тикшереүҙе (УЗИ), рентгенографияны һәм диагностикалауҙың башҡа төрҙәрен үҙ эсенә ала. Тикшереү күләме спорт төрөнә, йөкләмәләрҙең тығыҙлығына һәм спортсыларҙың индивидуаль үҙенсәлектәренә бәйле.
“Бөгөн һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән махсус хәрби операция ветерандарының йыйылма командаһы ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн ентекле медицина тикшереүен үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәм, Башҡортостан спортсылары өс спорт төрө - саңғы, биатлон һәм тау саңғыһы – буйынса ярышасаҡ. Спорт медицинаһы бүлексәһе мөдире Марина Панованың белдереүенсә, барлыҡ күрһәткестәр нормала, егеттәр функциональ йәһәттән ярыштарға әҙер”, - тип белдерҙе “Ватан һаҡсылары” спорт командаһы кураторы, дүрт тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зарипов.
“Ватан һаҡсылары” фондының Башҡортостан буйынса филиалына, Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһаринаға, кураторым Ирек Айрат улына тәрән хөрмәт һәм рәхмәт белдерәм. Уларҙың булышлығы, иғтибары һәм хәстәрлеге һөҙөмтәһендә әүҙем тормошҡа, спорт күнекмәләренә һәм тулы тормошҡа ҡайта алам. Фонд ҡул менән идара итеп булған автомобиль дә бирҙе”, - тип һөйләне хәрби хәрәкәттәр ветераны Радик Йосопов.
“Спортҡа кире ҡайтырмын тип уйламаған инем, фонд булышлығында тау саңғыһы менән әүҙем шөғөлләнәм. Бынан тыш, үҙем кеүек ветерандарға фондтың республика филиалында социаль координатор булып эшләп ярҙам итә алам”, - тине спортсы Артем Мөхәррәмов.
“Мин быға тиклем спорттың йәйге төрҙәре буйынса кубогына ярыштарҙа ҡатнаштым, хәҙер саңғы ярыштары буйынса күнекмәләр эшләйем. Спорт мастеры кандидатымын. Республикабыҙҙы һынатмаҫбыҙ һәм призлы урындар алырбыҙ, тип өмөт итәм”, - ти Олег Мөфтәхетдинов.
“Бөтә Рәсәй ярыштарында республикабыҙ исеменән сығыш яһау – намыҫ эше. Иғтибарлы остаздарыбыҙ һәм яҡшы тренерҙарыбыҙ булыуына ҡыуанам. Башҡортостан Башлығына һәм Спорт министрлығына күнекмәләр өсөн шәп шарттар өсөн рәхмәт белдерәбеҙ”, - ти махсус хәрби операция ветераны Алексей Холопов.
Белеүебеҙсә, 12 – 18 мартта Ханты-Мансиҙа ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса Беренсе Бөтә Рәсәй “Ватан һаҡсылары кубогы” ярыштары була. Сарала Рәсәйҙең 60 төбәгенән 300-ҙән ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы үҙ көсөн һынаясаҡ.
Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса “Ватан һаҡсылары кубогы”на ярыштар “ЮграМегаСпорт” спорт объекттарында, шул иҫәптән Ҡышҡы спорт төрҙәре үҙәгендә, “Ылыҫлы урман” комплексында һәм Боҙ һарайында була.
Сығанаҡ, фото: “Ватан һаҡсылары” фондының Башҡортостан буйынса филиалы.