300-гә яҡын кеше ҡатнашлығындағы фестиваль махсус хәрби операция геройҙарына, “Ашҡаҙар” гәзитенең 35 йыллыҡ юбилейына арналды һәм әлеге баҫманың приздарына ойошторолдо. Көрәш буйынса турнир 7-се мәктәптең өр яңы спорт залында гөрләп үтте һәм турнир шул мәктәпте тамамлаусы, МХО биләмәһендә һәләк булған Алексей Киселев иҫтәлегенә арналды. Шахмат буйынса турнир икенсе йыл рәттән МХО геройы, шахматсы Тимур Фадеев хаҡында хәтерҙе мәңгеләштерә. Ә махсус хәрби операция геройҙары тураһында һәүәҫкәр шағирҙарҙың эштәрен пропагандалаған конкурс үҙе лә һәүәҫкәр шағир, МХО батыры Валентин Волочаевтың яҡты иҫтәлегенә бағышланып икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Фестиваль быйыл нәҡ ошо конкурс һөҙөмтәләрен барлауҙан башланып китте лә инде. Йомғаҡлау “Ватан саҡырыуы буйынса” китабы презентацияһы сиктәрендә үтте.
Ватан саҡырыуы буйынса
Ҡаланың өсөнсө модель китапханаһы – “Сәнғәт оҫтаханаһы” мәғлүмәт-мәҙәни үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында “Ватан саҡырыуы буйынса” китабы авторҙары менән “Хәҡиҡәт хеҙмәтендә” тигән ижади осрашыу үтте.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәр сығышында махсус хәрби операция геройҙарына, уларҙың яҡындарына ҡарата хәстәрлек күрһәтеүҙе һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был хәстәрлек, әлбиттә, гуманитар ылауҙарға ғына ҡайтып ҡалмай. Һәр төрлө ярҙам, иғтибар батырҙарыбыҙҙың рухын нығыта, – тип сараны асты Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының бүлек мөдире Гөлнара Шәрәфетдинова.
Сарала ҡатнашыусыларҙы “Ватан” хәрби патриотик ойошмаһы ойошторған күргәҙмә һәм “Махсус операцияла ҡатнашыусыларға дан” китап күргәҙмәһе ҡаршы алды. Презентацияға килгән һәм конкурс еңеүселәре, уларҙы тәбрикләргә килгән ҡунаҡтар сығышы шиғыр конкурсында ҡатнашыусыларҙың сығыштары менән сиратлашып барҙы.
Китаптың эстәлегенә туҡталғанда, ул “Ашҡаҙар” һәм “Стерлитамакский рабочий” гәзиттәре журналистары Рәмил Мансуров, Фаяз Йомағужин, Алексей Матвеев, Марина Воронова, Екатерина Якволеваларҙың махсус хәрби операция геройҙары, уларға гуманитар ылау туплау һәм тапшырыу, батырҙарҙың ғаиләләре, яҡындары тураһында яҙған мәҡәләләрҙән тәшкил итә. Китаптың үҙенсәлеге булып, баш мөхәрриребеҙҙең МХО биләмәһенән хәрби хәбәрсе сифатында яҙған репортаждары тора. Рәмил Ғәбдрашит улы Рәсәй геройҙары Шайморатов, Доставалов исемендәге батальондарҙан, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында яҡташ геройҙар менән осрашып, улар хаҡында тотош хәрби репортаждар серияһы әҙерләгәйне. Осрашыуҙа ҡатнашҡан китап авторҙары китап өҫтөндә нисек эшләгәндәре тураһында һөйләнеләр.
Сараны әҙерләп алып барыусы Гөлнара Шәрәфетдинова авторҙарҙың ошо китапты әҙерләгәндә, мәҡәләләр яҙғанда кисергән хис-тойғолары менән дә ҡыҙыҡһынып һорауҙар бирҙе.
– Һәр кем үҙ бурысын атҡарырға тейеш. Яугирҙарыбыҙ фронтта батырлыҡ күрһәтә, тылда халыҡ ылауҙар туплай, ә инде беҙ ошо геройҙарҙы, ошо эштәрҙе яҡтыртырға бурыслы. Бәлки хәрбиҙәр һөйләгәндәрҙең барыһы ла яҙылмағандыр ҙа, әммә улар иң мөһимен әйтте: илебеҙҙе бөгөн берҙәм булып яҡларға тейешбеҙ, шунһыҙ Рәсәйҙең киләсәге икеле... – тип бүлеште Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Фаяз Юмағужин. Китап бушлай таратыла, уның партиялары гуманитар конвойҙар менән махсус операция зонаһына ебәрелә, махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың туғандарына тапшырыла.
Авторҙарҙың береһе Рәмил Мансуровҡа сарала ҡатнашыусыларҙан хәрби командировка мәлендә тупланған фекерҙәре, хистәре тураһында һорау бирелде.
– Командировка мәлендә һалдаттарыбыҙ менән генә түгел, шунда йәшәгән халыҡ менән дә осраштыҡ. Уларҙың: “Иртәгә иртән уяна алабыҙмы, әллә сираттағы шартлатҡыс өйөбөҙгә төшәме, тип йоҡларға яттыҡ һеҙ килгәнсе”, – тигән һүҙҙәре күңелдә тәрән эҙ ҡалдырҙы һәм “беҙ бында ни өсөн?” тигән һорауға яуап бирҙе, – тип һөйләп үтте Рәмил Ғәбдрәшит улы. – Күберәге Стәрлетамаҡтан булған яугирҙар менән осрашырға тырыштым, сөнки тәү маҡсат күберәк яҡташтар тураһында һөйләп ҡалырға ине. Шуныһын ғорурлыҡ менән өҫтәй алам: ниндәй хәрби подразделениела ғына булһам да, һәр ерҙә егеттәребеҙ хаҡында тик маҡтау һүҙҙәре генә ишеттем. Беҙҙекеләр ҡыйыу, оҫта һуғышсы һәм ышансы һалдат! – тип тә өҫтәп китте автор.
Осрашыу-презентация шуныһы менән дә ҡиммәт ине: йәштәр китаптың авторҙарын ғына түгел, геройҙарын да үҙ күҙҙәре менән күрә алды. Хәрби операцияла ҡатнашыусылар “Саған” һәм “Башҡорт” китап авторҙарына һәм сараны ойоштороусыларға махсус операцияла ҡатнашыусыларға иғтибар иткәндәре өсөн ихлас рәхмәт белдерҙе.
– Махсус хәрби операцияла улымды юғалтҡас, мин фронтҡа фәҡәт улым өсөн үс алыу теләге менән юлландым. Һәм дошман улымды юҡ иттек тип уйламаһын өсөн “Клён” позывнойын алдым. Тимәк ул да тере! Дошман беҙҙе һындыра алмаясаҡ. Еңеү киләсәк! – тип һөйләне майор. – Бына әле ошо залдағы йәштәргә ҡарайым, тегендә, “һыҙыҡ артында” командир булараҡ та йыш һынарға тура килә һәм шуныһын ышаныслы әйтә алам: бындай ҡыҙҙар–егеттәр булғанда, киләсәгебеҙ өмөтлө. Кәрәк икән, Ватаны алдында башын һалырға әҙер улар! Һәм был яңғырауыҡлы һүҙҙәр генә түгел, минең улым быға үҙе бер асыҡ миҫал ине...
“Башҡорт” позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа үҙ сиратында ни өсөн һуғышҡа юлланыуы тураһында һөйләп үтте.
– Мин эләккән ерҙә төрлө милләт егеттәре ине. Беҙҙең халыҡты ла белһендәр өсөн “Башҡорт” ҡушаматын алдым. Бер нисә тапҡыр яраландым. Һәр ваҡыт снаряд башыма эләкмәһә ярар ине тип теләп йөрөнөм. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы яраланыуым тап башыма тура килде. Ләкин, снайпер пуляһы башымдың эсенән үтеп китһә лә, Хоҙай мине үлемдән йолоп ҡалды. Бына һеҙҙең алда ултырам икән, тимәк, бында Уның ҡөҙрәте! – тине ул мәғәнәле итеп. – Бында шәхси эшҡыуарлығым, ғаиләм, йортом бар, мин, китапта әйтелгәнсә, Ватан саҡырыуы буйынса юлландым. Егеттәребеҙ һәләк булып ҡайта башлағас та уҡ, һуғыштың тәүге миҙгелендә үк ҡулыма ҡорал алдым.
Билдәләүебеҙсә, кисәнең икенсе өлөшөндә “Ашҡаҙар” гәзите приздарына махсус операция геройы һәм шағир Валентин Волочаев иҫтәлегенә арналған шиғырҙар конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
Валентин Викторович беренселәрҙән булып үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. 2022 йылдың 7 октябрендә батырҙарса һәләк була. Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены һәм Шайморатов ордены менән бүләкләнә. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында шағирҙың һәм геройҙың тол ҡатыны – Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы етәксеһе Янина Волочаева ла бар ине.
– Дөрөҫөн әйткәндә, уҡытыусым булды ул минең! Тормош уҡытыусым, ул, хәрби хеҙмәткә барған кеше, бер көн тотто ла МХО-ға юлланасағы тураһында белдерҙе. Мин офицер ейәнсәре, офицер ҡыҙы, офицер ҡатыны был ҡарарҙы һыҡтап түгел, ғорурланып ҡабул иттем. Унда барған хәлдәр өсөн, бер ғәйепһеҙгә үлтерелгән балалар тураһында уҡып-ҡарап, белеп йөрәге әрней ине уның. Үҙе лә өс бала атаһы ине бит... – тигән хәтирәләре менән уртаҡлашты Янина Рәшит ҡыҙы.
Конкурста алты йәштән алып өлкән булған шиғыр яҙыусылар ҡатнаша алды. Быйыл шуныһы үҙенсәлекле: эштәр төрлө телдәрҙә килде. Конкурс жюрийына башҡорт, рус, татар, сыуаш телдәрендәге эштәрҙе баһаларға тура килде.
“Ул еңеүҙәрҙе һәр саҡ ғәҙел яуланы...”
Фестивалдең икенсе ҙур сараһына күҙ һалғанда, Стәрлетамаҡтың 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Тимур Фадеев иҫтәлегенә “Ашҡаҙар” гәзите приздарына тиҙ шахмат буйынса ярыштар үтте.
– Тимур тыуғанда уҡ герой булып тыуҙы. Бәләкәйҙән көсһөҙҙәргә ярҙам итергә әҙер булып үҫте. Ябай мәктәптә уҡығанда ла, кадет мәктәбендә лә һәр ваҡыт маҡталды. Уҡыуҙа ла, эштә лә һәр саҡ алдынғы булды. Батыр ике тапҡыр үлә, береһе яуҙа, икенсеһе уны онотҡанда. Улыбыҙҙы онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт! – тип мөрәжәғәт итте Тимурҙың ата-әсәһе Лариса һәм Эдуард Фадеевтар.
Махсус хәрби операция геройы Филүс Аҫылғужин, үҙ сиратында, яҡташтарына мөрәжәғәт итеп, егеттәрҙе онотмаған һәм әле фронтҡа ярҙам итеп торған өсөн рәхмәттәр белдерҙе.
Ярыштарҙа йәмғеһе туҡһанға яҡын шахматсы ҡатнашты – уйынсылар Стәрлетамаҡтан, Стәрлетамаҡ районынан, Өфөнән һәм Талбазынан килгәйнеләр.
– Шахмат уйынынан һәр кем үҙенсә мәғәнә таба. Берәүҙәр өсөн ул ваҡыт уҙғарыу, күңел асыу өсөн булһа, икенселәр өсөн – ул спорт, сәмле ярыштарҙан көс-дәрт алып, оҫталыҡтарын күрһәтеү мөмкинселеге лә. Өсөнсөләр, иһә, мәсьәләгә фәлсәфәүи һәм ижади ҡараш менән ҡарай, шахмат таҡтаһында матур һәм үҙенсәлекле этюдтар ижад итергә мөмкин, – тигән фекере менән бүлеште турнирҙың директоры, Стәрлетамаҡт 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡытыусы-тренеры Рафиҡ Ибраҡов.
Батыр яугир һымаҡ көрәшселәр ҙә ныҡ булды
Фестивалдең тағы бер ҙур өлөшө – көрәш буйынса асыҡ ҡала турниры ине. Ул ҡаланың 7-се мәктәбендә үтте. Турнирҙың башланғысында торған, төп ойоштороусыларҙың береһе, 7-се мәктәп директоры Илшат Ҡотлошин билдәләүенсә, ярышта 9 йәштән 17 йәшкә тиклемге 100-ҙән ашыу йәш көрәшселәр ҡатнашты. Өфө, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Баймаҡ, Сибай ҡалалары; Миәкә, Стәрлебаш, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен райондары көрәшселәре бил һынашты.
Был көндө йәш көрәшселәр ярышып ҡына ҡалманы, ә ҡунаҡтар, махсус хәрби операцияла һәләк булған Алексей Киселевтың ҡатыны һөйләгәндәрен дә диҡҡәт менән тыңланы. Сарала уның ҡатыны, һеңлеһе, хеҙмәттәштәре, класташтары, шулай уҡ БР Стәрлетамаҡ ҡалаһының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлаусылар ҡатнашты.
Спортсыларға, ҡунаҡтарға теләктәре, рәхмәттәре һәм башҡа әйтер һүҙҙәре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, Башҡортостан Республикаһының Спорт федерацияһы президенты Илдар Моратов, “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров, Алексей Киселевтың ҡатыны Эльвира Киселева мөрәжәғәт итте. Эмиль Шәймәрҙәнов Алексей Киселевтың ата-әсәһенә лайыҡлы ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе:
– Алексейҙың ата-әсәһенә шундай ысын-ир тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерәм, уларҙың улдары – бөтә ҡала ғорурланған герой. Был турнирҙа ҡатнашыусылар, мәктәп уҡыусылары өсөн был патриотизмдың сағыу миҫалы. Турнир “Беҙ бергә” спорт-мәҙәни фестивале сиктәрендә уҙғарыла, уны икенсе йыл рәттән “Ашҡаҙар” гәзите ойоштора. Коллегаларыма, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға иғтибарҙары өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙ үҙебеҙҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙҙе һәр ваҡыт хәтерләйәсәкбеҙ һәм данлаясаҡбыҙ. Ә турнирҙа ҡатнашыусыларға ғәҙел көрәш һәм юғары һөҙөмтәләр теләйем! – тине Эмиль Владиславович.
– Стәрлетамаҡ ҡалаһында бөгөнгө көндә милли спорт төрө – көрәшкә ҙур иғтибар бирелә. Был ҡала етәкселеге, “Юрматы” көрәш клубының ҙур хеҙмәте. Йәш спортсыларға, буласаҡ чемпиондарға ҙур рәхмәт! – тип үҙенең теләктәрен еткерҙе Илдар Моратов. Рәмил Мансуров, үҙ сиратында, Фестивалдең әһәмиәте хаҡында әйтеп үтте:
– Бындай саралар ҡалала күберәк булһын ине, батырҙарыбыҙҙы ошондай көрәш майҙандарында, шахмат өҫтәлдәрендә һәм шиғри юлдарҙа ла данларға тейешбеҙ! – тип билдәләне ул.
Эльвира Анатольевна ире тураһында һөйләгәндә уның ғәҙеллеген, яуаплылығын һәм ышаныслылығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул махсус тәйәғен подразделениела хеҙмәт иткән Алексейҙың өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылыуы һәм Ватанды яҡларға ғорурланып китеүе тураһында һөйләне.
Көрәш майҙаны иртәнән кискә тиклем ҡыҙыу торҙо. Төшкә тиклем барған ярыштарҙа Ишембай егеттәре еңә килде, артабан беренселеккә беҙҙекеләр – стәрлетамаҡтар артылды. Тренерҙарҙың “Давай, әйләндереп һал, үҙеңә тарт, үҙеңә!” тигән орандары көнө буйы яңғырап торҙо.
Был юлы ла, элекке йылдарҙағы һымаҡ уҡ, балаларының сығыштарын ҡарарға ата-әсәләр ҙә, дуҫтарының көрәшкәнен ҡарарға тиҫтерҙәре һәм өлкән быуын көйәрмәндәре лә килгәйне. Улар араһында легендар көрәшсе, СССР-ҙа Башҡортостандан спорттың был төрөндә тәүге чемпион Нурулла Хисмәтуллин, Стәрлетамаҡ физик культура идара итеү һәм сервис колледжы директоры Миҙхәт Мусаҡаев, Спорт мастеры, өс тапҡыр Рәсәй чемпионы Алик Яҡупов булыуы турнирға мәртәбә өҫтәне. Нурулла Кәлимулла улы Башҡортостанда ирекле көрәш буйынса ветеран, ул республикала көрәш үҫешендә мөһим ролдәрҙең береһен уйнаған легендар спортсы, тәжрибәле тренер.
– Тренер көрәшселәрҙе генә түгел, Ватанды һаҡлаусыларҙы ла тәрбиәләй – был остаздарҙың төп бурысы тиерлек, – тине Нурулла Кәлимулла улы.
Шулай итеп, 2007-2008 йылғылар араһында 60 кг. ауырлыҡ категорияһы көрәшселәренән Миәкә районынан Булат Дилмөхәмәтов беренсе урынға, Ишембайҙан Рәмзил Кинйәбулатов икенсе урынға, Стәрлетамаҡтан Алмаз Мәжитов өсөнсө урынға сыҡты. Ә 70 килограмм ауырлыҡ категорияһы араһында Ишембайҙан Ренал Ямгурсин беренсе урын, Стәрлетамаҡтан Илдар Тимерғәлиев икенсе урын, Сибайҙан Азамат Араков өсөнсө урын яуланы. Бынан тыш, 70 килограмдан артығыраҡ ҡәүҙәлеләр араһында Стәрлетамаҡтан Арыҫлан Исхаҡов беренсе урынға, Стәрлебаш районынан Искәндәр Арыҫланов икенсе урынға, Ишембайҙан Дамир Ишбаев өсөнсө урынға лайыҡ булды. Командалар буйынса беренсе урында – Стәрлетамаҡ, икенсе урында – Стәрлебаш, өсөнсө урында – Ишембай командалары!
Авторҙары - Роза ҠОБАҒОШОВА, Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотолары.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.