27 мартта Ханты-Мансила Рәсәйҙең биатлон буйынса чемпионатының икенсе көнө тамамланды. Ун километр арауыҡҡа эҙәрлекләү ярыштарында Елизавета Каплина еңеү яуланы. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. Уның хәбәр итеүенсә, был – тарихи мәл, сөнки быға тиклем Башҡортостан исеменән сығыш яһаған бер спортсы ла бындай уңышҡа өлгәшә алмаған.
Был ялдарҙа биатлондың эстафета һәм масс-старт төрҙәрендә ярыштар үткәрелә.
Сығанаҡ, фото: БР Спорт министрлығы.