“Салауат Юлаев” плей-оффтың етенсе матчында “Себер"ҙе 2:1 иҫәбе менән еңде. Һөҙөмтәлә юлаевсылар Гагарин кубогының сирек финалына сыҡты.
“Өфө-Арена”ла барған матчта тәүге иҫәпте юлаевсыларҙан Денис Ян асты. Икенсе уйын миҙгелен юлаевсылар күпселектә башланы. 22-се минутта Скотт Уилсон гол индерҙе, уға Шелдон Ремпал шайбаны һелтәне. Өсөнсө уйында – 41-се минутта – Тейлор Бек ҡунаҡтар ҡапҡаһына шайбаны индерҙе.
Дөйөм версияла иҫәп – 4:3. Шулай итеп, өс йылдан һуң “Салауат Юлаев” Гагарин кубогының сирек финалына сыҡты. Киләһе уйында улар “Спартак” менән осрашасаҡ.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.