Спорт һәм туризм
9 Апрель 2025, 16:30

Легенда зарядка үткәрә

Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Легенда зарядка үткәрәЛегенда зарядка үткәрә
Легенда зарядка үткәрә

Рима Баталова – еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа чемпионы. Ул алты тапҡыр рәттән Паралимпия уйындарында ҡатнашҡан.

Өфөләге Спорт әҙерлеге үҙәге уның исемен йөрөтә. Ошо спорт объектында 11 апрелдә Рима Баталова – Гиннес китабына индерелгән спортсыбыҙ – “Йондоҙ менән зарядка” сараһын үткәрә. Уның менән бергә физик зарядканы “Сәләмәт Ватан” Бөтә Рәсәй ижтимағи хәрәкәте рәйесе урынбаҫары, Олимпия уйындарында ике тапҡыр чемпион исемен яулаған Олег Сәйетов һәм былтыр оҙонлоҡҡа һикереү буйынса Олимпия уйындарында алтын миҙалға эйә булған Татьяна Лебедева ҡатнаша. Сара 11.00 сәғәттә башлана. 

Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас