Юлдаш Йосоповты, нигеҙҙә, тарихсы, тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булараҡ беләбеҙ. Бынан тыш, ул – Башҡортостан Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың эксперттар советы ағзаһы.
Дәүләт, йәмәғәт эшмәкәре Юлдаш Мөхәммәт улы спорт менән дә дуҫ. Беҙ уның менән баш ҡалабыҙҙағы паркта йүгергән ваҡытында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Юлдаш Мөхәммәт улы, һеҙҙе спорт яратҡан милләттәшебеҙ булараҡ та беләбеҙ. Бына әле генә йүгереп тә килдегеҙ. Күңелегеҙҙә был ғәмәл ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
– Бер-ике сәғәт йүгерһәң, бары ошо хаҡта ғына уйланаһың. Мәҫәлән, аяҡты нисек баҫырға, нисек дөрөҫ тын алырға, башты, елкәне нисек тоторға кәрәклеге тураһында фекер йөрөтәм. Башта бары ошондай ғәмәлдәр хаҡында уйҙар була. Ҡайһы ваҡытта ике сәғәт буйы 20 километр арауыҡҡа йүгергәндән һуң финиш һыҙығына килгәс, нимә тураһында уйланым икән, тип аптырап ҡуям. Ә уйҙар барыбер шул йүгереү тураһында була. Һәм был беҙҙең, йүгереүселәр, өсөн медитация форматына әүерелә.
Үҙемә килгәндә, көн һайын айырым төҙөлгән план буйынса йүгерергә тырышам. Берәй ҡалаға эш сәфәре буйынса барһам да, унда ла ошо спорт төрө менән шөғөлләнәм. Был үҙенә күрә экскурсия ла булып тора: берәй ҡалала 10 – 15 километр йүгерһәң, ошо төбәк тураһында хәбәрҙар булаһың. Райондарға эш сәфәренә сығам икән, барғанда уҡ ниндәй матур урындар, тауҙар йәки күлдәр барлығын картаға ҡарап беләм дә ошо маршрут буйынса йүгерергә тырышам, сөнки улар төбәк матурлығы бит ул. Ҡайһы ваҡытта урамда йүгергәндә өлкәндәр йәки йәштәр менән дә аралашаһың. Ошо ваҡытта уларҙы сәләмәт тормош алып барырға өндәйем.
Әле Башҡортостандың матур тәбиғәт төбәгендә, мәҫәлән, Шүлгәнташта, Торатауҙа, Ҡандракүлдә йәки башҡа урында үҙем генә түгел, башҡаларҙы ла йәлеп итеп йүгереү тураһында хыялланам. Бәлки, быйыл йәй был уй-ниәтемде тормошҡа ашырырмын да әле.
– Йүгереүҙең сәләмәтлегегеҙгә ҡарата ыңғай һөҙөмтәһен үҙегеҙҙә тояһығыҙмы?
– Әлбиттә, бары яҡшы үҙгәрештәр һиҙелә. Беренсенән, кәйеф күтәрелә, икенсенән, психологик йәһәттән ыңғай йоғонто күренә. Хатта ғаиләләлә мөнәсәбәттәр яҡшыға үҙгәрә, шул уҡ ваҡытта эш тә уңышлы бара. Сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫире тураһында әйтеү ҙә кәрәкмәйҙер. Быларҙың барыһында ла, әлбиттә, тренерымдың йоғонтоһо баһалап бөткөһөҙ ҙур. Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсы Наталья Бабчинаның күнекмәләрҙе үткәреү, ярыштарҙа үҙеңде нисек тотоу һәм башҡа йәһәттән кәңәштәре һәр йәһәттән ярҙам итә.
– Әйткәндәй, бер нисә көн элек тә Өфөлә үткән ярышта ҡатнашҡайнығыҙ.
– Эйе, фонарҙар тотоп йүгереү булды. Унда баш ҡалалағы ошо спорт төрө буйынса берләшмәләр ағзалары ҡатнашты. Улар араһында “Йүгерек башҡорт” ойошмаһы вәкилдәре лә бар ине. Әйткәндәй, был атаманың тарихы “Йүгерек батыр” тигән әкиәткә бәйле. Ойошма лидеры – билдәле спортсыбыҙ Заһир Әминев. Улар айырым йыйылышып күнекмәләр үткәрә, ярыштарҙа ҡатнаша. Бынан бер нисә көн элек “IloveSuper sport” тигән ойошма үткәргән спорт акцияһында Ансар улым менән ҡатнаштыҡ. Уға – туғыҙ йәш. Ул көрәш менән шөғөлләнә, шул уҡ ваҡытта йүгерергә ярата, минең менән бергә төрлө ярыштарҙа үҙ көсөн һынай. Өлкән улым Алтынмәргәнгә – 12 йәш. Ул спортта ориентирлашыуы менән мауыға һәм ошондай ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Өсөнсө улыбыҙ Батырға – алты йәш. Ул әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Ҡатыным, Ҡыпсаҡ ырыуы ҡыҙы Лиана – һөнәре буйынса иҡтисадсы. Ул һәм тотош ғаиләбеҙ спорт ярата.
– Ғөмүмән, спорт һеҙҙең өсөн нимә ул?
– Һәр кем, һәр башҡорт спорт менән шөғөлләнергә тейеш, сөнки ул, ниндәй генә төрө булмаһын, менталитетыбыҙға, рухыбыҙға бәйле. Мәҫәлән, шул уҡ саңғыны алайыҡ. Әйткәндәй, үҙем дә саңғы шыуырға әүәҫмен. Был спорт төрө халҡыбыҙ өсөн электән ҙур әһәмиәткә эйә булған. Хатта XVI быуаттың уртаһында беҙҙең башҡорт ырыуҙары вәкилдәре саңғыла батшаға барған. Шул уҡ көрәш, суҡмар атыу һәм башҡалар – күңелебеҙгә яҡын спорт төрҙәре. Шуға күрә һәр башҡорт, спорттың ниндәй генә төрө булмаһын, ул Олимпия уйындарына йәки милли спортҡа ҡараймы, шөғөлләнергә, ҡыҙыҡһынырға тейеш. Әйткәндәй, тәүге сиратта һәүәҫкәрҙәр спортын күҙ уңында тоторға тейешбеҙ. Тик бер ҡатмарлыҡ бар: әгәр кемдер спорт менән шөғөлләнә икән, аҙнаһына кәмендә өс тапҡыр күнекмәләр үткәрергә тейеш. Кемдеңдер бының өсөн, бәлки, ваҡыты етеңкерәмәйҙер. Ә беҙ аңлатырға, мөмкинлектәр булдырырға тейешбеҙ.
– Был йәһәттән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы айырым йүнәлеш ойошторҙо. Уны әүҙемсебеҙ Рәил Бикмәев менән башлап ебәргәйнек. 2021 йылдан башлап ырыуҙар араһында бәйге буйынса чемпионат – көс күпбәйгеһе – ойошторола. Ошо спорт төрө буйынса айырым федерация ла барлыҡҡа килде. Уның етәксеһе – алда әйтеп үтелгән Рәил Бикмәев. Үҙем дә президиум ағзаһы. Шулай итеп, Башҡортостанда һәм бүтән төбәктәрҙә ярыштар ойошторабыҙ. Бигерәк тә йәштәрҙе был эшкә ылыҡтырырға тырышабыҙ.
Өсөнсө йыл инде был йәһәттән Удмурт Республикаһының Милли спорт министрлығы, шулай уҡ Удмурт кенеше менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Һөҙөмтәлә был бәйге халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеп бара.
– Әйткәндәй, милли спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә лә ҡатнашҡайнығыҙ...
– Ҡатнашып ҡына ҡалмайбыҙ, үҙебеҙ ҙә түңәрәк өҫтәл янында һөйләшеүҙәр ойошторабыҙ. Мәҫәлән, былтыр Башҡортостандың Спорт министрлығы менән берлектә ошо юҫыҡта әүҙем эшләгән спортсыларҙы, ойоштороусыларҙы саҡырып, милли спорт төрҙәрен артабан үҫтереү юлдары тураһында фекер алыштыҡ. Белеүебеҙсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында ла милли спорт төрҙәре буйынса үҙәк булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Башҡортостан Хөкүмәте лә был фекерҙе хупланы. Һөҙөмтәлә уны республиканың Спорт министрлығы менән берлектә бойомға ашыра башланыҡ.
– Ғөмүмән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сәләмәт тормош алып барыу, халыҡты спортҡа йәлеп итеү йәһәтенән әүҙем эш алып бара. Шул уҡ “Айыҡ ауыл” конкурсы ғына ла – үҙе ҙур сара.
– Эйе, “Айыҡ ауыл” бәйгеһе беҙҙең өсөн ҙур йүнәлеш булып тора. Был конкурстың положениеларына ярашлы, һәр сарала тиерлек бәйгеләр үткәрелә, шул иҫәптән милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойошторола. Беҙ инде айырым методик тәҡдимдәр әҙерләп ебәрәбеҙ. Уларҙа спорттың ниндәй төрҙәрен булдырыу ихтыяжы, бының өсөн төрлө кәрәк-яраҡ, аудитория менән эшләү һәм башҡалар ҡаралған. Өҫтәүенә был саралар спортсыларҙың үҙҙәренә лә, спорт менән шөғөлләнергә теләүселәргә лә ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс булырға тейеш. Тағы бер үҙенсәлекле алым бар: күмәк кеше ҡатнашҡан командалар үҙ көсөн һынай. Был рухты, ырыу-ара бәйләнеште нығыта.
– Киләсәккә ниндәй уй-хыялдарығыҙ бар?
– Тәүге сиратта” Бәйге” чемпионатын төбәк-ара кимәлгә сығарыу ниәте менән янабыҙ, сөнки башҡорт ырыуҙары, мәҫәлән, Пермь крайында, Силәбе, Һамар өлкәләрендә һәм башҡа төбәктәрҙә лә йәшәй. Уларҙы ла был сараға йәлеп итеү тураһында уйлайбыҙ.
2021 йылда тәүге тапҡыр “Бәйге” чемпионатын Туймазыла үткәргәндә, Пермдән – Ғәйнә ырыуы, Силәбенән Табын ырыуы вәкилдәре ҡатнашты. Был йүнәлеш беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө булып тора.
Ошо бәйгене үҫтереү йәһәтенән тағы планыбыҙ бар – мәғлүмәти йәһәттән яҡтыртылған ҙур проект булдырыу тураһында хыялланабыҙ. Уның буйынса айырым спорт сериалын төшөрөү, уны зәңгәр экрандар аша күрһәтеү хаҡында уйлайбыҙ. Бынан тыш, көйәрмәндәр хәрәкәтен барлыҡҡа килтермәксебеҙ, йәғни һәр ырыуҙың үҙенең көйәрмәндәре, эмблемалары, команда рухы һәм башҡалар булырға тейеш. Был башҡорт халҡы өсөн ҙур этәргес көскә әүерелер, тип ышанабыҙ.
- Юлдаш Мөхәммәт улы, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Барлыҡ уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА әңгәмәләште.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.