Спорт һәм туризм
11 Апрель 2025, 18:00

Был конкурстың баһаһы бик ҙур

Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” XI йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы булды. Сарала Дәүләт Думаһы депутаттары, Федераль Йыйылыштың Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм башҡалар ҡатнашты.

Был конкурстың баһаһы бик ҙурБыл конкурстың баһаһы бик ҙур
Был конкурстың баһаһы бик ҙур

Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” XI йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы булды. Сарала Дәүләт Думаһы депутаттары, Федераль Йыйылыштың Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм башҡалар ҡатнашты.

- “Милләт йәшлеге” йәмәғәт премияһы үҙ эшенә иң яҡшы спортсыларҙы һәм уларҙың тренерҙарын, меценаттарҙы, эшлекле партнерҙарҙы йәлеп итә. Паралимпия спорт хәрәкәте һәм адаптив спорт үҫешенә тос өлөш индергәндәрҙең барыһын да. Башҡортостанда ғәҙәттәгесә адаптив спорт үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Күнекмәләр өсөн 5,5 мең тиерлек спорт ҡоролмаһы ҡулайлаштырылған. Бөгөн республикала паралимпия хәрәкәтендә – 42 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 17 меңдән күберәк бала. Эште координациялау өсөн Адаптив спорт үҙәге, уның урындағы туғыҙ бүлексәһе ойошторолған, - тине сәләмләү һүҙендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

“Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова әйтеүенсә, бөгөнгө еңел булмаған тормошта ла ҡыҙ һәм егеттәргә шундай ҙур бейеклектәр яуларға этәргес биргән Рима Баталоваға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ысынлап та, спортсыларға ла, тренерҙарға ла мотивация бар.

Рәсәй Дәүләт Думаһының Физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Олег Матыцин, Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Мгер Гандилян, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Олимпия уйындары чемпиондары Светлана Ишморатова, Татьяна Лебедева, Давид Мусульбес, Олег Сәйетов һәм башҡалар был премияның мөһимлеге һәм уны булдырған Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталоваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Еңеүселәрҙе “Йыл асышы”, “Сикһеҙ спорт”, “Паралимпия спорты өмөтө”, “Еңеү сере”, “Чемпионды тәрбиәләргә”, “Йөрәк саҡырыуы буйынса”, “Асыҡ ҡараш” номинацияларында билдәләнеләр. Быйылдан “Беҙҙең заман геройы” номинацияһы өҫтәлгән. Унда спортта уңышҡа ҡаҙанған махсус хәрби операция ветерандары билдәләнә.

- Рима Аҡбирҙе ҡыҙы, киң мәғлүмәт саралары өсөн дә айырым награда өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, - тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев. – Һис шикһеҙ, бер көн дә республика  матбуғат сараларында, телеэкрандарҙа спорт темаһыҙ булмай. Үҙен хөрмәт иткән һәр матбуғат сараһының спортҡа арналған айырым рубрикаһы, тапшырыуҙары, тапшырыуҙар циклы, эфиры бар. Спортҡа ҡыҙыҡһыныу ҙур, айырым рейтингтар барлыҡҡа килә. Айырым контекста паралимпиясыларҙың еңеүҙәре тураһында мәғлүмәттәр бирелә.

Быйыл “Асыҡ ҡараш” номинацияһында түбәндәге киң мәғлүмәт саралары еңде:

  • “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Федераль кимәлдә “Бәхет – ул бергә булыуҙа” медиапроекты өсөн;
  • “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы. Һаулыҡ мөмкинлектре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылына арнап, “Ябай тарихтар: йәшәргә, эшләргә, яратырға” тапшырыуҙар циклы өсөн;
  • “КТК “Сладкая жизнь” “Беренсе канал радиоһы”.

Номинанттарҙың барыһына ла ҡиммәтле бүләктәр, дипломдар һәм кубоктар тапшырылды. Рәсәй һәм Башҡортостан “йондоҙ”ҙары – йырсылар Айҙар Ғәлимов, Элвин Грей, “Салют”, “Ирбис” ансамблдәре, "ZAINETDIN” этно-шоу проекты сығыштары сараны йәмләне.

Автор фотолары.

Был конкурстың баһаһы бик ҙур
Был конкурстың баһаһы бик ҙур
Был конкурстың баһаһы бик ҙур
Был конкурстың баһаһы бик ҙур
Был конкурстың баһаһы бик ҙур
Был конкурстың баһаһы бик ҙур
Был конкурстың баһаһы бик ҙур
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас