Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” XI йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы булды. Ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәш спортсыларҙы, тренерҙарҙы, бағыусыларҙы һәм инвалидтар темаһын яҡтыртҡан киң мәғлүмәт сараларын билдәләү маҡсатында үткәрелә.
- “Милләт йәшлеге” йәмәғәт премияһы үҙ эшенә иң яҡшы спортсыларҙы һәм уларҙың тренерҙарын, меценаттарҙы, эшлекле партнерҙарҙы йәлеп итә. Паралимпия спорт хәрәкәте һәм адаптив спорт үҫешенә тос өлөш индергәндәрҙең барыһын да. Башҡортостанда ғәҙәттәгесә адаптив спорт үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Күнекмәләр өсөн 5,5 мең тиерлек спорт ҡоролмаһы ҡулайлаштырылған. Бөгөн республикала паралимпия хәрәкәтендә – 42 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 17 меңдән күберәк бала. Эште координациялау өсөн Адаптив спорт үҙәге, уның урындағы туғыҙ бүлексәһе ойошторолған, - тине сәләмләү һүҙендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
- Бында үҙ миҫалы менән үҙеңә ышаныс барлыҡта, яҡындарың терәк булғанда, эргәлә һөнәри команда йыйылғанда тормошҡа ашырып булмаҫлыҡ маҡсаттарҙың юҡлығын күрһәткәндәр килде. Был премия һәр берегеҙ өсөн тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн этәргескә әйләнһен, - тине Рима Баталова.
Рәсәй спорт министры урынбаҫары Мгер Гандилян Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” йәмәғәт премияһының йәш спортсыларҙың, уларҙың ата-әсәләренең, тренерҙарҙың, фонд хеҙмәткәрҙәренең көндәлек һәм тырыш хеҙмәтенең һөҙөмтәләрен үҙенсәлекле йомғаҡлау булып тороуы хаҡында әйтте.
Сығанаҡ, фото: https://pravitelstvorb.ru/news/26534/