Спорт һәм туризм
11 Апрель 2025, 15:45

Быйыл 11-се тапҡыр ойошторола

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Республика йортонда Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” XI йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Быйыл 11-се тапҡыр ойошторолаБыйыл 11-се тапҡыр ойошторола
Быйыл 11-се тапҡыр ойошторола

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Республика йортонда Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” XI йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Улар иҫәбендә -  Рәсәй Дәүләт Думаһының Физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Олег Матыцин, Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Мгер Гандилян, Һамар өлкәһе спорт министры Лидия Рогожинская, Олимпия уйындары чемпиондары Светлана Журова, Светлана Ишморатова, Татьяна Лебедева, Давид Мусульбес, Олег Сәйетов.

“Милләт йәшлеге” йәмәғәт премияһы 2014 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова башланғысы менән барлыҡҡа килде. Уны йыл һайын һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларға, тренерҙарға, Паралимпия спорты үҫешенә өлөш индергән бағыусыларға, шулай уҡ үҙенсәлекле кешеләрҙең социаль адаптацияланыуы тураһындағы мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә тапшыралар. Еңеүселәрҙе “Йыл асышы”, “Сикһеҙ спорт”, “Паралимпия спорты өмөтө”, “Еңеү сере”, “Чемпионды тәрбиәләргә”, “Йөрәк саҡырыуы буйынса”, “Асыҡ ҡараш” номинацияларында билдәләйҙәр. Быйылдан “Беҙҙең заман геройы” номинацияһын өҫтәнеләр. Унда спортта уңышҡа ҡаҙанған махсус хәрби операция ветерандарын билдәләйҙәр.

-Рима Аҡбирҙе ҡыҙы ҙур һәм бик кәрәк проектты башлаусы булып тора, - тине Радий Хәбиров. – Хәҙер адаптив спорт темаһы айырыуса мәғәнәгә эйә, сөнки өйҙәренә, яраланыу сәбәпле, инвалидлыҡ алған егеттәр ҡайта. Уларҙың спорт менән шөғөлләнеүе өсөн етди иғтибар бүләбеҙ. Был ябай мәсьәлә түгел, әммә беҙ уның менән планлы рәүештә шөғөлләнәбеҙ һәм был эште дауам итәсәкбеҙ.

Рәсәй Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Олег Матыцин адаптив спорттың дәүләттең өҫтөнлөклө мәсьәләләренең береһе һәм Башҡортостанда уңышлы тәжрибәнең булыуы тураһында әйтте. Ил өсөн мөһим мәсьәләне Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт үҫеше буйынса советтың яҡын аралағы кәңәшмәһендә ҡараясаҡтар.

-Һеҙгә һәр саҡ бик ихлас киләм һәм республиканың үҫеүен, Радий Фәрит улы, һеҙҙең физик культура һәм спорт мәсьәләләренә етди иғтибар бүлеүегеҙҙе күрәм. Бында спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдыралар. Бер ниндәй арттырыуһыҙ, тотош ил Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге – халыҡ-ара ярыштар өсөн глобаль объекттар менән ғорурлана, - тине Олег Матыцин. – Республикала кеше күпләп шөғөлләнгән спорт, адаптив спорт өсөн инфраструктураны үҫтерәләр.

Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Мгер Гандилян төбәктең спорт объекттарын төҙөгәндә дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ өлкәһендәге тәжрибәһен юғары баһаланы.

Сығанаҡ, фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/vstrecha-s-pochyotnymi-gostyami-ceremonii-vrucheniya-obshchestvennoy-premii-molodost-nacii-75545/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас