Спорт һәм туризм
11 Апрель 2025, 16:20

Радий Хәбиров туризмды үҫтереү буйынса комиссияла сығыш яһаны

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙә туризмды үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында видеоконференция режимында сығыш яһаны.

Радий Хәбиров туризмды үҫтереү буйынса комиссияла сығыш яһаныРадий Хәбиров туризмды үҫтереү буйынса комиссияла сығыш яһаны
Радий Хәбиров туризмды үҫтереү буйынса комиссияла сығыш яһаны

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙә туризмды үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында видеоконференция режимында сығыш яһаны.

Ултырышты Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышов алып барҙы. Көн тәртибендә – 2024 йылғы туристик миҙгелгә һәм ҡышҡы осорға йомғаҡтар, шулай уҡ алдағы йәйге миҙгелгә әҙерлек.

“2024 йыл йомғаҡтары буйынса беҙ “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектының барлыҡ күрһәткестәренә ирештек. Туристик сәйәхәттәр 90 миллион кешенән ашты. Был 2021 йылға ҡарағанда 37 процентҡа күберәк. Классификацияланған урынлашыу сараларында номерҙар һаны 872 мең тәшкил итә”, – тине Дмитрий Чернышов.

Радий Хәбиров үҙенең сығышында Башҡртостандағы ҡышҡы туристик сезон һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереү буйынса пландар тураһында һөйләне.

“Беҙ алдағы йыл менән сағыштырғанда 29 процентҡа күберәк туристар ҡабул иттек. Был осорҙа республика мәҙәни һәм спорт саралары һәүәҫкәрҙәрен ылыҡтырыу үҙәгенә әүерелә. Мәҫәлән, “Терра Зима” байрамы беҙҙә 55 мең кешене йыя”,  – тине республика етәксеһе.

Уның әйтеүенсә, республкала төп иғтибарҙы туристтар өсөн хеҙмәтләндереүҙең сифатын күтәреүгә һәм сервисты яҡшыртыуға бирәсәктәр. Туризмды үҫтереүгә дөйөм сығым быйыл 440 миллион һум тәшкил итәсәк. Урынлашыу саралараның яртыһынан ашыуы берҙәм классификация исемлегенә индерелгән.   

“Башҡортостан 2025 йылдың йәйендә ике миллиондан ашыу туристы ҡабул итергә әҙер. Бының  өсөн беҙҙә бөтә кәрәкле нәмә бар. Беҙ башҡорт ерендә ҡунаҡтарҙы күреүгә һәр саҡ шатбыҙ”, – тип һығымта яһаны Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас