Спорт һәм туризм
12 Апрель 2025, 14:00

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ: ”Өс йәштән һыбай йөрөнөм”

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары араһында футбол, теннис, шахмат һәм башҡа төрҙәр менән шөғөлләнеүселәр бар. Яҡташыбыҙ,  Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының Экология, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, республиканың “Ирҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ – тап шундайҙарҙан. Ул – әүҙем дәүләт эшмәкәре, шәп хоҡуҡ белгесе  һәм спортсы. Зариф Закир улы менән бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә һүҙ спорт хаҡында.

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ: ”Өс йәштән һыбай йөрөнөм”Зариф БАЙҒУСҠАРОВ: ”Өс йәштән һыбай йөрөнөм”
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ: ”Өс йәштән һыбай йөрөнөм”

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары араһында футбол, теннис, шахмат һәм башҡа төрҙәр менән шөғөлләнеүселәр бар. Яҡташыбыҙ,  Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының Экология, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, республиканың “Ирҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ – тап шундайҙарҙан. Ул – әүҙем дәүләт эшмәкәре, шәп хоҡуҡ белгесе  һәм спортсы. Зариф Закир улы менән бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә һүҙ спорт хаҡында.

– Зариф Закир улы, спортҡа, әүҙем тормош алып барыуға ынтылыш, моғайын, бала саҡтан киләлер? Белеүебеҙсә, һеҙ Күгәрсен районының Ҡалмаҡ (Ҡадир) ауылында тыуып үҫкәнһегеҙ.

– Бала саҡтан спорт менән шөғөлләндек, сөнки ауылда тыуып үҫкән һәр малай бәләкәйҙән бесән саба, ҡар көрәй, утын әҙерләй, һыу ташый һәм башҡа эштәрҙе атҡара. Ә быларҙың барыһы ла кеше өсөн физкультура кеүек. Үҙемде белгәндән алып, атайым Закир Саҙретдин улы көтөүсе булғас, өс йәштән һыбай йөрөй башланым, уның менән бергә көтөү көттөк. Шуға күрә ул ваҡыттағы колхоз һәм район һабантуйҙарында ҡатнаша инем. Бының өсөн ярыш үткәрер алдынан, кисен үк, ауылыбыҙҙан  22 километр тирәһе ерҙә ятҡан һабантуй урынына юллана, үҙем менән атҡа һоло алам, урманда йоҡлап һәм иртән ярышта ҡатнашып, беренсе йәки икенсе урынды яулап  һыбай кире ҡайтып китә инем.

– Спортҡа булған һөйөү мәктәп осоронда ла дауам иткәндер?

– Беҙ мәктәп уҡыусылары булған ваҡытта саңғы ярыштары йыш үткәрелде. Был сараларҙа үҙемде даими һынаным, алдынғы урындарҙы яулай инем. Әйткәндәй, башланғыс кластарҙа – Түләбәй башланғыс мәктәбендә, артабан,  IV кластан һуң, Ҡалдар урта мәктәбендә белем алдым. Ул тыуған ауылымдан дүрт километр тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан. Ошо сәбәпле, көн һайын был арауыҡта йәйәү йөрөү – мәктәпкә барыу һәм ҡайтыу – үҙе үк физкультура ине. Ҡыш көндәрендә юлдарҙы ҡар ҡаплаһа, атта санала йәки йәйәү йөрөнөк. Хатта белем алыу өсөн күрше ауылға саңғыла барып ҡайта торғайныҡ. Ул саҡта “балаларҙы автобуста мәктәпкә йөрөтөргә тейештәр” тигән уй хыялда ла юҡ ине. Көндәр ҙә күпкә һыуығыраҡ булды. Шулай итеп, һәр йәһәттән сынығып үҫтек, ауырымай торғайныҡ.

Йүгереү, саңғы менән бала саҡтан дуҫ булғанһығыҙ. Тағы ниндәй спорт төрҙәре менән мауығаһығыҙ?

– Йүгереү, саңғыла шыуыу ғына түгел, шашка, шахмат буйынса ла алдынғы урындар яулай инем. Ул ваҡыттағы уҡытыусыбыҙ Азат ағай Сынбулатов беҙҙең менән даими шөғөлләнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул арабыҙҙа юҡ инде.  Уның өйрәткәндәре һуңғараҡ, Монголия менән Ҡытай сигендә,  Гоби сүллегендә хеҙмәт иткәндә,  әрме хеҙмәтендә кәрәк булды.

Бәләкәйҙән спорт, физкультура менән дуҫ булыу әрме хеҙмәтендә ныҡ ярҙам итте. Әле һаман хәтеремдә: часть командиры, подполковник Аркадий Тимофеевич Ложкин үҙе спорт менән ныҡ дуҫ ине. Ул беҙҙе, һалдаттарҙы, автомат, противогаз, биштәр һәм башҡалар менән эҫе, ҡомло сүллектә йүгертә торғайны. Часть командиры үҙе алдан барһа, мине иң арттан ҡуя ине, йәки миңә башҡаларҙы күҙәтеп барырға ҡуша ине. Тап әрме хеҙмәтендә үҙемдең киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясағымды ныҡлап аңланым. Ә уға тиклем урмансы булам, уҡып сығам да урманды бер кемдән дә ҡырҡтырмайым, тип уйлай инем үҙемсә. Өҫтәүенә атайым көтөүсе булып эшләгәндә мал юғалһа йәки сирләп үлһә, көтөүсенең ярты йыл эш хаҡы алып ҡалына ине. Суд ҡарары юҡ, ә түрә шундай фарман бирә. Ошондай мәлдә әсәйем Зилә Имай ҡыҙының илағаны әле һаман хәтерҙә. Ғаиләбеҙҙә биш бала, уларҙы ашатырға, кейендерергә кәрәк. Хәҙер генә төрлө пособие-аҡса түләнә. Ул ваҡытта ғаиләләргә ярҙам юҡ ине. Ошондай мәлдәр киләсәктә хоҡуҡ өлкәһен һайлауыма этәргес сәбәптәрҙең береһенә әйләнде.

– Тыуған ерегеҙ, ауылығыҙ менән бәйләнеште өҙмәйһегеҙ. Бер нисә йыл элек Ҡалдар урта мәктәбендә спорт залында ремонт эштәрен атҡарыуҙа ярҙам иткәйнегеҙ...

– Эйе, туған мәктәбемдең спорт залы бик матур булып ҡалды. Әммә күңелемде ҡырған нәмәләр бар. Әлбиттә, хәҙер мәктәп ҙур, сағыу, әммә балалар һаны кәмей. Мин уҡығанда 240 – 250 бала белем ала торғайныҡ, тип хәтерләйем. Ә хәҙер был һан 50-гә лә етмәй, тимәк, биш тапҡырға тиерлек аҙыраҡ. Өҫтәүенә Ҡалдар мәктәбенә Түләбай, Кәкүк һәм беҙҙең ауыл балалары уҡырға йөрөй.

Туған мәктәбемә, йыш булмаһа ла, барам, ҡулымдан килгәнсә ярҙам күрһәтәм. Уҡытыусыларымды йыш хәтергә алам. Мәҫәлән, беҙҙе Ямал апай Рәхмәтуллина уҡыта ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул вафат булды.  

–  Тағы туғыҙ йыл тирәһе элек Мәләүез районының Солнечный ҡасабаһында яңы балалар спорт майҙансығы асылғайны һәм Һеҙ унда ГТО (“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексы) нормативтарын тапшырғайнығыҙ.

–  ГТО нормативтарын күп тапҡыр тапшырҙым. Уларҙы үтәүе ауырлыҡ тыуҙырмай. Быға бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булыуым ярҙам итә. Мәҫәлән, 10 километр арауыҡты ла бер ниндәй әҙерлекһеҙ йүгерергә, башҡа ғәмәлдәрҙе лә атҡарырға мөмкин. Алтын миҙалға тапшыра инем. Хәҙер улым Урал менән бергә йүгерәм.

– Яңылышмаһам, быйыл ғинуарҙың тәүге көнөндә һеҙ етенсе тапҡыр улығыҙ Урал менән “Вәғәҙәләр биреп йүгереү”ҙә ҡатнаштығыҙ. Ғөмүмән, ғаиләгеҙ менән спорт сараларында әүҙем көс һынайһығыҙ.

– Улым менән төрлө ярыштарҙа бергә ҡатнашырға тырышабыҙ. Тиҙҙән, 13 апрелдә Сибайҙа үткәреләсәк йүгереү буйынса ярыммарафонда ҡатнашырға уйлайбыҙ. Был сарала йыл һайын көсөмдө һынап ҡарайым. Быйыл һигеҙенсе тапҡыр ҡатнашам. Өфөлә, Стәрлемаҡта, Октябрьскийҙа, Баймаҡта үткәрелгән марафондарҙа ҡатнашмай ҡалғаным юҡ.

15 февралдә  –   Ғашиҡтар көнөндә  –   Өфөләге Урмансылар паркында ойошторолған “LOVERUN” йүгереү байрамында минең менән бергә ҡатыным Гөлназ Фәрит ҡыҙы ла, улым Урал да даими ҡатнаша. Был йүгереүҙә йәштәрҙең үҙ көсөн һынауы һөйөнөслө. Мәҫәлән, егет йүгереп килә лә һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Ошо уҡ сарала ҡатнашҡан йәштәр бер-береһен таба, таныша. Заманына күрә бик матур ярыштар, тип уйлайым. Улар йәштәрҙе бергә туплай, сәләмәт тормош алып барыуға өндәй.

Йыл һайын “Рәсәй саңғы юлы” ярыштарында үҙ көсөмдө һынайым. Бала саҡта атайым үҙ ҡулдары менән эшләп биргән саңғыла ярыша башлаған инеем, хәҙер ҙә был ғәмәл – яратҡан шөғөлөмдөң  береһе.

 –  Бөрйән районында үткәрелгән ҡышҡы һабантуйҙа атта һыбай сабып ярыштығыҙ. Быға бала саҡтан һыбай йөрөп буй еткереү ярҙам итәлер, моғайын?

– Йыл һайын 23 февралдә Бөрйән районында ат сабышы үткәрелә. Уны билдәле дәүләт эшмәкәре Исмәғил Ғәбитов 1969 йылда башлап ойошторған. Ул ваҡытта “Бөрйән” совхозы директоры булып эшләгән. Ошо ваҡыттан алып был ярыштар даими үткәрелә. Үҙем иһә быйыл һигеҙенсе тапҡыр ҡатнаштым.

–  Ә бына “Ауҙарыш” ярыштарында, уҡ атыу буйынса бәйгелә көс һынағанығыҙ бармы?

– “Ауҙарыш” бәйгеләре беҙҙең бала һәм йәш саҡтарҙа үткәрелмәне, әммә ике йыл элек Баймаҡта ойошторолған сарала үҙемде һынап ҡараным. Килеп сыға-сығыуын: ерҙә ятҡан кәзәне күтәрә алдым былай. Уҡ атыуға килгәндә, бәләкәстән ошо шөғөл менән мауығып үҫтек.

Гәзит уҡыусыларыбыҙға әйтер ниндәй уй-теләктәрегеҙ бар?

– Халҡыбыҙҙа “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән” тигән мәҡәл бар. Был бигерәк тә ғаилә башлыҡтарына, айырыуса атайҙарға ҡағыла. Улар һәм, ғөмүмән, ғаиләлә спорт менән шөғөлләнһәләр, балалар ҙа сәләмәт тормош алып барыуға ылығасаҡ. Уларҙы бәләкәйҙән спортҡа йәлеп итергә кәрәк, сөнки был кешенең һаулығына ғына түгел, холҡона ла ыңғай йоғонто яһай. Кеше еңеүгә, ниндәйҙер уңыш өлгәшеүгә ынтыласаҡ.

Шуға күрә улымды ла бәләкәстән йүгереүгә йәлеп итергә тырыштым. Хәҙер инде ул: “Атай, әйҙә, ярышта ҡатнашайыҡ”,  – тип үҙе мине саҡыра. Ошолай булғанда балаларыбыҙ һау үҫәсәк, холоҡтары нығынасаҡ.

Үҙемдең атайым яҡты донъянан киткәнендә 57 генә йәш ине, шуға күрә ул минең юғары уҡыу йортонда уҡыуҙы тамамлағанымды, эшләгәнемде, балаларымды күреп өлгөрмәне. Быларҙың барыһы ла бик аяныслы, әлбиттә. Әммә үҙем ғәзиз кешемдең уй-хыялдарын тормошҡа ашыра алдым, тип әйтә алам. Уның тормошомда ҙур роль уйнаған теләк-кәңәштәрен бер ҡасан да онотмайым.

– Зариф Закир улы, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Барлыҡ уй-маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге һәм уңыштар теләйбеҙ!

Айһылыу НИЗАМОВА әңгәмәләште.

Фотолар: Зариф Байғусҡаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

 

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ: ”Өс йәштән һыбай йөрөнөм”
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ: ”Өс йәштән һыбай йөрөнөм”
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ: ”Өс йәштән һыбай йөрөнөм”
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ: ”Өс йәштән һыбай йөрөнөм”
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ: ”Өс йәштән һыбай йөрөнөм”
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ: ”Өс йәштән һыбай йөрөнөм”
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ: ”Өс йәштән һыбай йөрөнөм”
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ: ”Өс йәштән һыбай йөрөнөм”
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ: ”Өс йәштән һыбай йөрөнөм”
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ: ”Өс йәштән һыбай йөрөнөм”
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ: ”Өс йәштән һыбай йөрөнөм”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас