Спорт һәм туризм
15 Апрель 2025, 10:45

19,5 мең һумға тиклем аҡса кире ҡайтарыла

Был хоҡуғығыҙ тураһында беләһегеҙме?

19,5 мең һумға тиклем аҡса кире ҡайтарыла19,5 мең һумға тиклем аҡса кире ҡайтарыла
19,5 мең һумға тиклем аҡса кире ҡайтарыла

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса хәрәкәт халыҡтың физкультура күнекмәләрендә ҡатнаша алыуы, шулай уҡ спорт күнекмәләре һалым ҡайтармаһы эшен анализлау буйынса мониторинг алып бара.

Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронты менән Бөтә Рәсәй Халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәгенең берлектәге тикшеренеүҙәренә ярашлы, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтың 33 проценты ғына түләүле спорт хеҙмәттәре өсөн 19,5 мең һумға тиклем сумманы кире ҡайтарыу мөмкинлеге тураһында белә. Былтыр 1 процент граждан -  350 мең кеше – был хоҡуғынан файҙаланған. Төп проблема – спорт ойошмаларының 4 проценты ғына Рәсәй Спорт министрлығы реестрына индерелгән. Ә был һалым ҡайтармаһын юллағанда төп шарт булып тора.

Башҡортостанда теҙмәлә 131 спорт ойошмаһы бар. Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкиндың аңлатыуынса, эшҡыуарҙар, ғаризаны тапшырыу процедураһының ҡатмарлы булыуы (44 процент),  критерийҙарға тура килмәүе (25 процент) йәки мотивацияның булмауы (25 процент)  сәбәпле, реестрға теркәлә һалып бармай.

Проблемаларҙы хәл итеү өсөн Халыҡ фронты реестрҙы формалаштырыу процессын автоматлаштырыуҙы, ойошмаларҙы һайлау критерийҙарын киңәйтеүҙе һәм ата-әсәләр өсөн спорт күнекмәләренә түләүҙә ташламаның ҡаралыуын һорай. Бигерәк тә спорт берҙәмлектәренең, ғаилә клубтарының үҫешенә айырыуса иғтибар бүленә. Улар физкультураны популярлаштырыҙа ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, йыл һайын Мәскәү йүгереү берҙәмлегендә 40 мең кеше ҡатнаша.

Халыҡ фронты мониторингы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтың 19 проценты ғына ГТО (“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексы) нормативтарын тапшырған өсөн һалым ҡайтармаһын алыу тураһында хәбәрҙар. Шул уҡ ваҡытта ғәмәлдәге ҡағиҙәләр был ташламанан фыайҙаланыуҙы сикләй.

Төп проблема диспансерлаштырыуҙы үтеү һәм бер календарь йыл эсендә ГТО нормативтарын тапшырыу талабында. Әммә 40  йәштән йәшерәктәргә медицина ҡарауы өс йылға бер тапҡыр үткәрелә. Һөҙөмтәлә был хәл йыл һайын ҡайтарманы алыу мөмкинлеген сикләй.

Был проблеманы хәл итеү өсөн Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронты түбәндәгеләрҙе тәҡдим итә: ағымдағы йылда, өс йыл эсендә диспансерлаштырыу үтелһә лә,  ГТО нормативтарын тапшырғанда ҡайтарманы алыуға рөхсәт биреү, ГТО нормативтарын тапшырған өсөн ҡайтарманы автоматик рәүештә күсереү, тотош Рәсәй буйынса “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша тапшырыуға яҙылыу мөмкинлеген биреү. Шулай уҡ спорттың популяр төрҙәре буйынса мәктәп спорт лигаларын әүҙемерәк үҫтерергә тәҡдим итәләр.

"Башинформ" фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас