

20 апрелдән 29-ына тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында тәүге тапҡыр ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында фехтование буйынса Рәсәй чемпионаты үтәсәк. Был турнир миҙгелдең иң мөһим ваҡиғаларының береһе булып тора һәм ҡатнашыусыларҙың иң көслө составын йыя.
Ярыштар Фехтование үҙәгендә була. Ул Өфөлә үткән XII “Рәсәй — спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумында асылғайны, уның барышында спорт объектына Рәсәй Президенты Владимир Путин да килгәйне.
Фехтование үҙәгендә үтәсәк ярышҡа Рәсәйҙең 32 төбәгенән 600-ҙән ашыу көслө спортсы киләсәк: Олимпия уйындары чемпиондары һәм призерҙары, донъя һәм Европа чемпионаттары еңеүселәре һәм призерҙары. Улар араһында - Аделина Заһиҙуллина, Тимур Сафин, Софья Великая, Яна Егорян, Антон һәм Кирилл Бородачевтар һәм башҡалар. Башҡортостандан чемпионатта 33 спортсы ҡатнаша.
- Илдең иң яҡшы фехтовальщиктарын берләштергән бындай юғары кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итеү беҙҙең өсөн ҙур баһа. Ил чемпионатының беҙҙең яңы Фехтование үҙәгендә үтеүе лә мөһим, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов.
Рәсәй чемпионатында түбәндәге дисциплиналарҙа ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында шәхси һәм команда беренселегендә 12 комплект миҙал уйнатыла: шпага, рапира, ҡылыс.
Ярыш программаһы:
21 апрель - ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар, ҡылыс, шәхси ярыштар;
22 апрель - ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар, ҡылыс, команда ярыштары;
23 апрель - ир-егеттәр, шпага, шәхси ярыштар;
24 апрель - ҡатын-ҡыҙҙар, шпага, шәхси ярыштар;
25 апрель - ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар, шпага, команда ярыштары;
26 апрель - ҡатын-ҡыҙҙар, рапира, шәхси ярыштар;
27 апрель - ир-егеттәр, рапира, шәхси ярыштар;
28 апрель - ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар, рапира, команда ярыштары.
Рәсәй чемпионатын асыу тантанаһы 21 апрелдә 14:30 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Халыҡтар Дуҫлығы урамы, 45-се йорт (Фехтование үҙәге) адресы буйынса үтә. Инеү ирекле. Ярыштар 10: 00 сәғәттә башлана.
Белешмә: Башҡортостанда Фехтование үҫеше тарихында спортсылар һигеҙ олимпия наградаһы яулаған, был республикалағы башҡа спорт төрҙәренә ҡарағанда күберәк, шуларҙың дүрте - алтын, берәүһе көмөш, 3-әүһе - бронза. Тағы ла бер бронза миҙал Паралимпия уйындарында яуланған. Һигеҙ атҡаҙанған спорт мастеры, 18 Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, 235 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән. Донъя һәм Европа чемпионаттарында һәм рәсми халыҡ-ара старттарҙа 246 миҙал яуланған.
Фото һәм мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/26588/