Спорт һәм туризм
18 Апрель 2025, 11:30

Туризмды үҫтереү өсөн глэмпингтар төҙөү мөһим

Радий Хәбиров Салауат районында төҙөлөп ятҡан “Иркен һулыш” глэмпингында булды.

Туризмды үҫтереү өсөн глэмпингтар төҙөү мөһимТуризмды үҫтереү өсөн глэмпингтар төҙөү мөһим
Туризмды үҫтереү өсөн глэмпингтар төҙөү мөһим

Йүрүҙән ярында дөйөм майҙаны 11,6 гектар булған глэмпинг төҙөү буйынса инвестиция проектын “Азат асыҡ курорт” компанияһы тормошҡа ашыра. Инвестициялар күләме 250 миллион һум тәшкил итә. Проект тамамланғандан һуң бында 46 эш урыны булдырыласаҡ. Башланғысты өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереү мәсьәләһе 2023 йылда “Инвестиция сәғәте”ндә ҡаралды.

Компания етәксеһе Дмитрий Масков төбәк Башлығына эштәрҙең беренсе этабының тамамланыуы тураһында һөйләне. Майҙансыҡта йыл әйләнәһенә йәшәү өсөн 30-40 урынлыҡ 10 торлаҡ модуле, 50 кешегә иҫәпләнгән панорама рестораны, йога менән шөғөлләнеү өсөн модуль һәм персонал өсөн ике ятаҡ төҙөлгән. Глэмпингтың үҙенсәлеге шунда: ул Рәсәйҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн проектланған беренсе рекреация объекты буласаҡ.

Радий Хәбиров модулдәрҙең береһен ҡараны һәм эшҡыуар менән инвестиция проектын үҫтереүҙең артабанғы перспективаларын тикшерҙе. Мәҫәлән, алдағы ике йылда компания 60 урынлыҡ тағы 16 торлаҡ, мунса, бассейн һәм кинотеатр төҙөргә ниәтләй. Тәүге ҡунаҡтарҙы 2025 йылдың йәйендә ҡабул итергә иҫәп тоталар.

Дмитрий Масков төбәк Башлығынан глэмпинг-паркка инеү юлын төҙөүҙә ярҙам итеүҙе һораны. Радий Хәбиров был мәсьәлә хәл ителәсәк тип белдерҙе һәм проектты артабан үҫтереү тураһында фекер алышыу өсөн компания вәкилдәрен алдағы “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы.

Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе Башҡортостанда туризмды үҫтереү өсөн глэмпингтар төҙөүҙең мөһимлеген билдәләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 20 район биләмәһендә бөтәһе 120 глэмпинг эшләй. Тағы ла 15 объект асыу планлаштырыла.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас