

25 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Фехтование үҙәгендә 20 апрелдән 29-ына тиклем барған фехтование буйынса Рәсәй чемпионатында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында булды.
Төбәк башлығы ярыш финалсыларын һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне.
-Республиканың спорт тормошо өсөн сағыу ваҡиға был. Беҙ беренсегә фехтование буйынса ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында Рәсәй чемпионатын үткәрәбеҙ. Был дисциплина буйынса беҙҙә һәр саҡ көслө мәктәп булды. Был ярыштар үткәрерлек һәм ил спортсыларын лайыҡлы ҡабул итә алырлыҡ урыныбыҙ булдырылыу айҡанлы мөмкин булды. Фехтование үҙәгендә олимпия чемпиондары, Рәсәй һәм донъя чемпиондары үҫер тип ышанам. Спортсыларыбыҙға уңыштар һәм сағыу еңеүҙәр теләйем, ә тренерҙарға, судьяларға һәм спорт ветерандарына йәштәрҙе тәрбиәләгәндәре һәм уларҙың үҫеше өсөн уникаль мөмкинлек булдырғандарына рәхмәт әйтәм, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы ир-егеттәр араһында шпага менән фехтование буйынса Рәсәй чемпионатының команда ярыштарында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләне. Радий Хәбиров шулай уҡ фехтование буйынса олимпия резервындағы Өфө Спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа призлы урындарға аҡсалата сертификаттар тапшырҙы. Рәсәй Фехтование федерацияһы президенты, ике тапҡыр олимпия чемпионы Илгар Мамедов республика Башлығына дисциплинаны үҫтереүгә иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Абруйлы ҡунаҡтары шпага менән алышыусыларҙың финал алыштарын ҡараны. Башҡортостандың Фехтование федерацияһы рәйесе Евгений Емельянов һәм Өфөнөң фехтование буйынса олимпия резервы Спорт мәктәбе директоры Лира Грушина Башҡортостан Башлығына “Республикала фехтование үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн” алтын билдә һәм таныҡлыҡ тапшырҙы.
Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе Башҡортостанда был спорт төрөн үҫтереү өсөн яңы Фехтование үҙәгенең мөһимлеген билдәләне.
- Республикала фехтование мәктәбе һәр ваҡыт юғары кимәлдә булды, беҙҙә олимпия чемпиондары бар. Әммә тейешле база булмау сәбәпле, ярыштарҙы ҡабул итә алманыҡ. Бындай кимәлдәге чемпионатты беҙ төҙөгән үҙәктә үткәрергә кәрәк ине. Ваҡыт етер, һәм беҙ бында халыҡ-ара турнирҙар үткәрербеҙ. Шуға күрә беҙ барыһын да дөрөҫ эшләнек тип иҫәпләйем, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Был Фехтование үҙәге – Башҡортостандың бөйөк спортсылары быуындарына рәхмәт һәм ихтирам билдәһе ул.
Мәғлүмәт: https://glavarb.ru/ru/news/event/v-ufe-vpervye-prohodit-chempionat-rossii-po-fehtovaniyu-76216/