25 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ставкалар Лигаһы IBA.PRO 3" профессиональ бокс кисәһендә булды, ул Көрәш һарайында үтте. Турнирға ете илдән 14 профессиональ боксер килгәйне. Улар иҫәбендә - Башҡортостан спортсылары Азалия Әминева, Артур Собханғолов, Данис Ғабдрафиҡов һәм Бекхан Исраилов. Төрлө ауырлыҡ категорияларында, шул иҫәптән Рәсәй чемпионы исеменә титуллы алыштарҙы, WBA КОНТИНЕНТАЛЬ билбауына һәм IBF интернациональ билбауына алыштарҙы 3 меңдән ашыу тамашасы ҡараны. Турнирҙың трансляцияһын ”Матч ТВ” телеканалының тура эфирында ҡарарға мөмкин булды.
Беренсе алышта Данис Ғабдрафиҡов Александр Хохловты 8 раундлы рейтинг алышында еңеп, профессионалдар араһында Рәсәй чемпионының көмөш билбауын яуланы.
Турнирҙың бишенсе алышы Белореттан Бекхан Исраиловҡа еңеү килтерҙе - ул 6 раунд йомғаҡтары буйынса азербайжан Мөхәммәт Абдуллаевты еңде.
Өфөнән Артур Собханғолов менән Австралиянан Ибраһим Балла араһындағы алыш кисәнең төп ваҡиғаларының береһе булды. Артур еңел ауырлыҡ категорияһында IBF Intercontinental һәм WBA Oceania титулдарын яуланы.
Шулай уҡ Октябрьскийҙан ике тапҡыр Рәсәй чемпионы Азалия Әминева Конго Демократик Республикаһынан Бригитта Мбабиҙы 6 раундлы алышта еңде.
Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе 2024 йылдың авгусында асылған Көрәш һарайы күләмле спорт ваҡиғаларының йәлеп итеү нөктәһенә әүерелеүен билдәләне.
-Көрәш һарайы күп функциялы булды, беҙ унда төрлө ярыштар үткәрәбеҙ һәм үткәрәсәкбеҙ. Иң мөһиме, кешеләрҙең алыштарҙы ҡарауына, үҙҙәре лә спорт менән шөғөлләнеүенә күңел шатлана. Минеңсә, беҙ яҡшы эш башҡарҙыҡ, - тине төбәк башлығы.
Белешмә: Башҡортостанда 9,1 меңдән ашыу кеше даими рәүештә профессиональ бокс менән шөғөлләнә. 41 спорт ойошмаһында 97 тренер етәкселегендә 3,9 меңдән ашыу спортсы шөғөлләнә. 2024 йылда Рәсәй йыйылма командаһы составына Башҡортостандан 13 боксер индерелде.
Мәғлүмәт:https://glavarb.ru/ru/news/event/v-ufe-proshyol-vecher-professionalnogo-boksa-liga-stavok-IBAPRO-3-76225/