

Беренсе тапҡыр спортсы Заһир Әминевте ике йыл элек Рәсәй каналдарының береһендә барған “Суперниндзя” тапшырыуында күргәйнем. Башҡорт батыры образында сығыш яһаған егет ҡыйыулығы, отҡорлоғо, үткерлеге, етеҙлеге, ихласлығы менән тамашасылар һөйөүен яулағайны. Минераль Һыуҙар ҡалаһында төшөрөлгән сарала уға рухи йәһәттән терәк булыр өсөн әсәһе, ҡатыны һәм ҡыҙы Мәликә лә барғайны. Ул саҡта Рәсәй каналы тамашасыларының күңелендә, дарманлы, тәүәккәл яҡташыбыҙға ҡарап, “Башҡорттар шундай рухлы, көслө, маҡсатлы икән!” тигән уй-фекер ҡалғандыр, моғайын.
Атайҙан күргән – уҡ юнған
Милләттәшебеҙ Заһир Әминевтең спортҡа һөйөүе, төрлө ярыштарҙа үҙен һынап ҡарауы, “Йүгерек башҡорт” ойошмаһына етәкселек итеүе тураһында ишетеп белә инем-белеүен, тик быға тиклем уның менән күрешеп һөйләшергә форсат сыҡманы. Өфөләге Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән бик ихлас, алсаҡ педагог-спортсы сығышы менән Учалы районының Илсеғол ауылынан икән. Ул VII класҡа тиклем – Мулдаҡай урта мәктәбендә, артабан Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында белем алған. Әсәһе Зөлфиә Әсғәт ҡыҙы менән атаһы Рәмил Рафиҡ улы Әминевтәр бәләкәйҙән унда һәм кесе улдары Таһирҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләгән.
– Тотош ғаиләбеҙ спорт менән дуҫ. Атайым менән уның бер туған ҡустыһы – ағайым Камил да бала саҡтан йүгереү, саңғы шыуыу менән мауыҡҡан, Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем алғанда ла яратҡан шөғөлөн ташламаған, – тип һөйләне Заһир Рәмил улы. – Ағайым төрлө марафондарҙа ҡатнашҡанда мине лә үҙе менән ала ине. Шулай итеп, уның 42 километр арауыҡҡа йүгереүен күреп, белеп үҫтек. Һөҙөмтәлә үҙем дә бәләкәйҙән марафонда ҡатнашыу тураһында хыяллана башланым. Был хаҡта хатта “Йәншишмә” гәзитендәге бер мәҡәләлә яҙылып сыҡҡайны. Унда “Мин спорт мастеры” тигән исемде алам” тигән һүҙҙәр ҙә бар. Әле был гәзит инәйемдә (Учалы яҡтарында әсәйгә шулай тип өндәшәләр. – А.Н.) һаҡлана.
Спорт менән мауығыуҙан тыш, Заһир ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән, бейеү, театр түңәрәктәрендә шөғөлләнгән, яҡшы уҡыған. Ул хатта “Йөрәк һүҙе” проектында ҡатнашҡан, “Беренсе республика” фильмында төшкән. Заһир режиссер Рөстәм Шәйхетдиновтың “Хәйбулла” фильмында ла бер ролдә уйнаған. Һәләтле кеше һәр йәһәттән оҫта инде, шуға күрә юғалып та ҡалмай.
Һәр кемдең тиңләшерлек кешеһе булһын
Өфө дәүләт нефть техник университетында инженерлыҡҡа уҡып сыҡҡан Заһир Әминев башта нефтсе булып эшләгән. Тик бәләкәйҙән йүгереү, саңғы шыуыу менән мауыҡҡан замандашыбыҙҙың спортҡа ҡарата һөйөүе барыбер үҙенекен иткән – Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһына физкультура уҡытыусыһы булып барырға тәҡдим иткәстәр, риза була. Әйткәндәй, Заһир М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Физкультура институтында ла белем алған. Ул бәләкәйҙән спортҡа һөйөү уятҡан атаһына, ағаһы Камилға, мәктәптәге физкультура уҡытыусыһы Заур Рамаҙановҡа, спорт менән шөғөлләнеү генә түгел, уны йәшәү өлгөһө итергә өйрәткән Рәүеф Кәримовҡа (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм инде), еңел атлетика буйынса тренеры Ринат Тажетдиновҡа, саңғы буйынса тренер Алексей Хаванскийға, күпбәйге буйынса тренер Федор Игушкинға сикһеҙ рәхмәтле.
– Һәр кемдең тиңләшерлек кешеһе булһын. Минең өсөн бала саҡта атайым ошондай кеше ине. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатындағы легендар физкультура уҡытыусыһы Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов ошондай шәхестәребеҙҙең береһе булды, – тип уй-тәьҫораттары менән уртаҡлашты Заһир Әминев. – Ул да был белем усағын тамамлаған. Беҙ, спортсылар, барыбыҙ ҙа уның кеүек булырға тырыштыҡ. Бөйөк кеше, Дәүләт именлеге комитеты полковнигы, ҡасандыр Рауль Кастроның шәхси һаҡсыһы булған, РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың бокс буйынса спорт мастеры, саңғы ярыштары буйынса халыҡ-ара категориялы судья беҙҙең өсөн уҡытыусы ғына түгел, ысын ир-ат, кеше, спортсы булырға өйрәткән остазыбыҙ ине.
Тыуған яҡ дәрт-көс бирә
Заһир Әминев Себер тарафтарында эшләп ҡайтҡандан һуң Башҡортостанда үткәрелгән марафондарҙа үҙ көсөн һынай, артабан Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа йүгерә башлай. 2018 йылда Сочи ҡалаһында ойошторолған, тотош Рәсәй йүгеректәре ҡатнашҡан сарала милли ҡамсат бүрек кейеп ҡатнаша һәм икенсе урынды яулай, артабан ошо уҡ йылда Ҡалмығстанда уҙғарылған марафонда беренсе урынға сыға.
– Һөҙөмтәлә милли баш кейеме, башҡорт әләмен тотоп йүгерергә ғәҙәтләндем. Шуға күрә “Йүгерек башҡорт” тип атай башланылар, – ти Заһир Әминев. – Үҙемә лә башҡорт спорты тураһында һөйләү, башҡаларҙы халҡыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ менән таныштырыу, йәштәрҙе сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү, спорт ҡаҙаныштарына өлгәшеүгә өндәү оҡшай. Шуныһы һөйөнөслө: республикабыҙҙа көслө атлеттар күп.
Һәр кис, эштән һуң Заһир Әминев яратҡан шөғөлө – йүгереү – өсөн ваҡыт табырға тырыша. Ҡатыны Камилә лә иренең был уй-ниәтен хуплай. Әйткәндәй, тап ул Заһирға “Суперниндзя” проектында ҡатнашырға тәҡдим иткән. Ҡыҙҙары Мәликә – Өфөләге М. Кәрим исемендәге 158-се гимназияның I класс уҡыусыһы. Ата-әсәһе кеүек уға ла йүгереү оҡшай. Кем белә, бәлки, унан да киләсәктә шәп спортсы сығыр.
Заһир Әминев етәкселегендәге “Йүгерек башҡорт” ойошмаһына килгәндә, егеттәр үҙҙәренең футболкаһын да булдырған. Уның дизайнеры – Арыҫлан Бикбаев. Ул, Азамат Хәйбуллин, Айнур Шаһыбалов һәм башҡалар йүгерергә ярата.
– Был ғәмәлгә яйлап күнегергә кәрәк. Әгәр йүгергәндә тын алыу ауыр икән, атлауға күсеү яҡшыраҡ. Дөйөм алғанда, йүгереүҙең зыяны юҡ. Теләге булған һәр кем был спорт төрө менән шөғөлләнә ала, – тип ошо спорт төрөнөң серҙәре менән уртаҡлашты Заһир Әминев.
Белеүебеҙсә, марафон 42 километр тәшкил итә. Заһир Рәмил улының шәхси рекорды – 2 сәғәт тә 36 минут. Әйткәндәй, ир-егеттәр араһындағы донъя рекордын иһә Кения спортсыһы Келвин Киптум ҡуйған. Ул 2023 йылдың 8 октябрендә Чикаго марафонында 42 километр арауыҡты 2:00:35 сәғәт ваҡытта үткән.
– Әле Санкт-Петербургта ойоштороласаҡ марафонға әҙерләнәм. Ярыштар 5 июлдә була. Ошо сарала шәхси рекордымды яҡшыртырға уйлайым, – ти спортсы.
Заһир Әминев өсөн спорт – тормоштоң үҙе, тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын. Ул йәйен – йүгерергә, ҡышын саңғыла йөрөргә ғәҙәтләнгән. Мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда ла, эштә лә был ғәмәлдәр уның йәшәү рәүешенә әйләнгән. Яратҡан эшенең булыуы, тәжрибә уртаҡлаша алыуы, башҡаларҙы ла үҙ өлгөһөнә эйәртеүе уның барлыҡ булмышын ҡылыҡһырлай.
Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтов, Заһир Әминевтең шәхси архивынан.