

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары ГТО нормативтарын үтәне, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Спорт министрлығында. ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы “Физик культураны һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһына инә.
Өс көн дауамында төрлө факультет студенттары ГТО комплексына ярашлы төрлө һынауҙар үтте. Программа көс һәм һығылмалылыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән күнегеүҙәрҙе үҙ эсенә алды. Шулай уҡ 60 һәм 100 метрға тиҙлек мөмкинлектәрен асыҡлауға йүнәлтелгән спринт үткәрелде.
Университетта уҡыу барышы спорт менән ярашып бара. Нормативтарҙы үтәүҙән тыш, университет стадионында даими рәүештә спорт саралары үтә. Уларҙың араһында – музыка аҫтында иртәнге зарядкалар, йога күнегеүҙәре, спорт уйындары.
“Сәләмәт йәшәү рәүеше һәм физик әүҙемлеккә ҡыҙыҡһыныу артыуы - юғары уҡыу йорттарының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. ГТО комплексы – йәштәрҙе һәм үҫеп килеүсе быуынды физик тәрбиәләү системаһының айырылғыһыҙ өлөшө”, –тип билдәләне университеттың физик тәрбиә кафедраһы уҡытыусыһы Илзинә Шафиҡова.
Илебеҙ халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыласаҡ “Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрен бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү-производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ.
Фото: “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы.