Спорт һәм туризм
8 Май 2025, 13:00

Иртә менән зарядка! Кем менән? Венер Ғәлиев!

Кисә әбйәлилдәргә икеләтә бәхет йылмайҙы: иртә менән ҡояштың сағыу нурҙары бар тирә–яҡты балҡытып ебәрһә, Асҡар ауылы халҡының иртәһе донъя чемпионы Венер Ғәлиев менән зарядканан башланды.

Иртә менән зарядка! Кем менән? Венер Ғәлиев!Иртә менән зарядка! Кем менән? Венер Ғәлиев!
Иртә менән зарядка! Кем менән? Венер Ғәлиев!

Грек–рим көрәше буйынса Рәсәй Федерацияһы Чемпионаты призеры, хәрби самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, Панкратион буйынса Евразия һәм донъя чемпионы, универсаль алыш буйынса Европа һәм донъя чемпионы, ҡул һуғышы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының дүрт тапҡыр чемпионы Венер Ғәлиев Асҡарҙың үҙәк майҙанында иртәнге зарядка күнекмәләре үткәрҙе.

Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылар, район һәм ауыл биләмәһе хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм спортты үҙ итеүселәр  чемпион менән бергә мускулдарҙы нығытыуға, дөйөм физик әҙерлеккә, шулай уҡ үҙ–үҙеңде обороналау оҫталығын яҡшыртыуға йүнәлтелгән күнекмәләр комплексын эшләне. Байрамда ҡатнашыусылар спорт һөйөүен тойҙо һәм энергия алды.

Венер Ғәлиев белдереүенсә,  бындай саралар  спортты һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға ҙур аҙым булып тора. Бигерәк тә йәш быуын өсөн әһәмиәте ҙур: улар чемпиондар өлгөһөндә артабан да спорт менән шөғөлләнеүгә үҙҙәрендә “сирҡаныс” ала, уның һаулыҡ өсөн файҙалы икәнлеген аңлай.

—Әбйәлил районынан  саҡырыу алғас, ҙур теләк менән килдем. Әлбиттә, был ваҡытта көрәш майҙанында булырға тейеш инем. Әммә йәрәхәттәр алыу сәбәпле, операция үткәрергә тура килде, әле лә дауаланыу курстары дауам итә. Иртәнге күнекмәләрҙә уҡыусы балаларҙың күҙҙәрендә осҡондар балҡып, ҙур теләк менән бергә зарядка эшләүҙәре мине лә дәртләндереп ебәрҙе. Артабан да бындай сараларҙа ҡатнашыу кәрәклеген тойҙом,–ти Венер Зәйнулла улы.

Иртәнге зарядканан һуң  Венер Ғәлиев бөтә ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте һәм хәрәкәт итергә генә түгел, үҙеңдә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә саҡырҙы.

Әйткәндәй, сарала ҡатнашыусылар араһында тап Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған спорт мастеры Венер Ғәлиевты күрергә теләүселәр күп ине. Мәҫәлән, Дәүләт урта мәктәбенең өсөнсө класс уҡыусыһы Ғәҙел Амантаев  үҙенең кумирын күрергә һәм уның менән иртәнге күнекмәләр эшләргә килгән. Ғәҙел бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә, мәктәптәге көрәш түңәрәгенә ҙур теләк менән йөрөй. Шулай уҡ Асҡарға хоккей уйнау серҙәренә төшөнөү өсөн секцияға яҙылған. “Кумирынан алған автографты үҙемдең шкаф ҡумтаһында һаҡлаясаҡмын йәки стенаға элеп тә ҡуйырмын. Киләсәктә мин дә чемпион булырға теләйем”,–ти Ғәҙел.

Асҡарҙан Булат Сәйетғәлин да донъяла киң танылыу тапҡан чемпион менән осрашырға бик тулҡынланып килгән.

—“Йондоҙ менән зарядка”ла Венер Ғәлиевтың эшләтеүен белгәс тә килергә булдым. Хатта көндәрҙе һанап көтөп алдым тиһәң дә була. Үҙем дүртенсе кластан көрәш менән шөғөлләндем, артабан боксты үҙ иттем. Дүрт йәштән турникта күтәрелә торған инем, хатта ағайҙар килеп ҡарай торған ине аптырап. Бындай саралар йәштәргә бик кәрәк тип уйлайым, спортҡа ылыҡтырырыуға, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҙур этәргес булып тора. Шулай уҡ бар ҡитғаларға Башҡортостанды танытҡан тере донья чемпионы менән осрашыу, яҡындан күреү йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо ла тәрбиәләй. Ҡатыным менән Эдик, Альберт исемле улдар һәм Гүзәлиә һәм Әминә исемле ҡыҙҙар тәрбиәләйбеҙ. Балаларыбыҙ ҙа спортты үҙ итә, ғаиләбеҙ менән сәләмәт йәшәү рәүеше алып барабыҙ–ти Булат Сәйетғәлин.

Сәләмәт тормошто үҙ иткән, һау–сәләмәт балалар–илебеҙҙең киләсәге икәнлеген иҫәпкә алғанда, бындай сараларҙың үткәрелеүе мөһим. Кем белә, бәлки, донъяла  танылыу тапҡан башҡорт чемпионы Венер Ғәлиев  менән бергә иртәнге күнекмәләр эшләгән уҡыусылар араһында киләсәктә донъя чемпионаттарында сығыш яһай алырлыҡ, Әбйәлил районы данын бар донъяға танытырлыҡ чемпиондар ҙа үҫеп сыҡмаҫ тимә.

Автор фотолары

Иртә менән зарядка! Кем менән? Венер Ғәлиев!
Иртә менән зарядка! Кем менән? Венер Ғәлиев!
Иртә менән зарядка! Кем менән? Венер Ғәлиев!
Иртә менән зарядка! Кем менән? Венер Ғәлиев!
Иртә менән зарядка! Кем менән? Венер Ғәлиев!
Иртә менән зарядка! Кем менән? Венер Ғәлиев!
Иртә менән зарядка! Кем менән? Венер Ғәлиев!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас