

14 – 17 майҙа баш ҡалабыҙҙа ҙур спорт сараһы – “Дуҫлыҡ” кубогына һәм “Алтын штурмовка” призына халыҡ-ара янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса ярыштар үткәрелә. Был көндәрҙә тотош донъя спортсылары үҙҙәренең сослоғон, көсөн һәм оҫталығын күрһәтеү өсөн Өфөгә йыйыла. Сара спорт байрамы ғына түгел, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу майҙансығына әүерелмәксе.
Ярыштарҙың тәүге көнө “Ватан” этник паркында 17 сәғәттә башлана. Сара ҡунаҡтарын туғыҙ ил командаларының сағыу үтеүе көтә. Шулай уҡ Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Вячеслав Бутконың, кәңәшсе Даниил Мартыновтың һәм Башҡортостан Хөкүмәте етәкселегенең сығышы көтөлә.
Төп ярыштар Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге стадионында була. Ярыштарҙа ҡатнашыусылар дүрт дисциплина буйынса үҙ көсөн һынай. Был уларҙың сыҙамлылығын, сослоғон һәм командала эшләй белеүен күрһәтәсәк. Программа икенсе һәм дүртенсе ҡаттар тәҙрәһенә штурмовкалау баҫҡысы буйлап вертикаль күтәрелеүҙе, ҡаршылыҡтар һыҙатын, янғын эстафетаһын һәм башҡаларҙы үҙ эсенә ала. Шуныһы үҙенсәлекле: уларҙың барыһы ла ҡотҡарыусыларҙың ысынбарлыҡтағы эше шарттарына яҡынайтыла. Был иһә ярыштарҙы тағы ла мауыҡтырғыс итә. Тағы шуны билдәләргә кәрәк: оҫталар ярышын ҡарау ғына түгел, улар менән аралашыу мөмкинлеге лә буласаҡ. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был сара янғын-ҡотҡарыу спортын популярлаштырырға, хәүефһеҙлек һәм сәләмәт тормош рәүеше мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк.
+0
Сығанаҡ, фото: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-05-12/ufa-primet-mezhdunarodnye-sorevnovaniya-po-pozharno-spasatelnomu-sportu-4230722
https://vk.com/mgazetarb?w=wall-34533585_107698