Спорт һәм туризм
16 Май 2025, 15:15

Туризм буйынса лидер була алабыҙмы?

Торатау шиханы аша Көньяҡ Урал һуҡмағының яңы маршруты асыла.

Туризм буйынса лидер була алабыҙмы?Туризм буйынса лидер була алабыҙмы?
Туризм буйынса лидер була алабыҙмы?

Бөгөн, 16 майҙа, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы сауҙагәр Патрикеевтың тарихи йортонда “Турпоток” Рәсәй конференцияһы асылды. Ул “Башҡортостан ниндәй йүнәлештәр буйынса Рәсәйҙә лидер була ала?” тигән темаға фекер алышыу менән башланды. Сараны Digital Ҡоролтай агентлығы республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамында ойошторҙо.

Панель фекер алышыуҙы асып, төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың бай тәбиғәт ресурстары һәм дәүләт ярҙамы урында туризмды үҫтереүгә ҙур этәргес биреүен билдәләне.   

– Республика барлыҡ илдән туристарҙы тотороҡло йәлеп итә, уларға яңы урындар тәҡдим итә. Мәҫәлән, былтыр Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәге, Шаляпин исемендәге музыка музейы асылды, Турахан кәшәнәһе реставрацияланды, йәмәғәт киңлектәре, парктар яңыртылды. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты арҡаһында 2023-2024 йылдарҙа глэмпингтарҙа, кемпингтарҙа номерҙар һаны 800-гә артты, – тине Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы.

Ошо милли проект нигеҙендә быйыл Стәрлетамаҡҡа ҡала үҙәгендә турист коды проектлау өсөн дәүләт ярҙамы биреләсәк. “Стәрлетамаҡ – креатив ҡалаһы” проектын финанслауҙың дөйөм күләме 100,5 миллион һум тәшкил итә.

Әлеге конференцияла илдең төп эксперттары, бизнес-сегмент вәкилдәре ҡатнаша. Улар, Башҡортостан туризм өлкәһендә лидер булыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәргә эйә, тигән уртаҡ фекергә килде һәм быға өлгәшеүҙең төп йүнәлештәрен билдәләне.

Сарала шулай уҡ биләмәләрҙе үҫтереү, турист продукттарын киң майҙанға сығарыу, был эштәргә финанс йәһәттән ярҙам итеү мәсьәләләренә арналған өс тематик секция ойошторолдо. Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы дөйөм милли союзы вице-президенты Дмитрий Богданов команда төҙөү, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.        

Иртәгә, 17 майҙа, конференция “Торатау” геопракында дауам итә. Унда ошо шихан аша Көньяҡ Урал һуҡмағының яңы маршруты асыласаҡ.

Фото: республика Хөкүмәте сайты.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас